Силәбе сәхнәһендә «Яңы йондоҙ» ҡабынды

Силәбе сәхнәһендә «Яңы йондоҙ» ҡабынды
Күрше өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ башҡорт йыры фестиваленә йыйылды.
Күләмле сара ҡаланың төҙөүселәр мәҙәниәт һарайында үтте. Конкурсты Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ойошторҙо. Сараның төп маҡсаты йәштәр араһында халҡыбыҙ моңона ҡыҙыҡһыныу уятыу. Сәхнәнән башҡорт халыҡ йырҙары менән бер рәттән, күренекле композиторҙарыбыҙҙың да әҫәрҙәре лә яңғыраны . Төрлө йәштәге 30 башҡарыусы араһынан жюри ағзалары иң оҫталарҙы һайлап алды. Апрель айында «Яңы йондоҙ» йыр бәйгеһенең сираттағы этабы уҙа. Халҡыбыҙ моңона һыуһаған милләттәштәребеҙ конкурс төбәк мәҙәниәтен байытыусы күркәм йолаға әйләнер тигән ышаныс белдерҙе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb