Силәбе һандуғасы

Силәбе һандуғасы
Сүриә Ғималова. Үҙенең ҡабатланмаҫ моң­ло тауышы менән тамашасы­ларҙы әсир иткән был йырсыны Башҡорт­остан­да ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә яҡшы белә­ләр. Әленән-әле “зәңгәр экран”дарҙа уның башҡары­уында эстрада һәм халыҡ йырҙа­ры йыш яңғырай. Репертуарында ком­по­зиторҙар Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Сала­уат Низаметдинов, бер туған ағаһы Илдар Сәлимов, Илшат Фәтихов, Вәкил Мурзиндың, башҡорт халыҡ йырҙары “Каруанһарай”, “Һүрәм көйө”, “Бөйрәкәй”, “Гөлбаҡса” һәм урыҫ халыҡ йырҙары урын алған.
Сүриә Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Сол­танай ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫ­кән. Ҡыҙ­ға­нысҡа ҡаршы, уға ике йәш тә алты ай ғына бул­ғанда әсәһе Сәхиә яҡты донъянан китеп барған. Ауыл­даштарының хәтерләүҙәре буйынса, Сәхиәнең дә тауышы бик матур бул­ған. Сүриәнең атаһы Әнүәр баянда, скрипкала оҫта уйнаған. Йәш ваҡытында бер ҡаты сирҙән һуң күҙҙәре күрмәҫ булған. Әммә ул төшөн­кө­лөк­кә бирелмәгән. Баян йәшәргә дәрт­лән­дер­гән, көйөнөстәрен, ҡайғы-хәсрәтен баҫҡан. Ба­ян, скрипка уйнауҙан тыш, Әнүәр пьесалар ҙа яҙған, улар үҙешмәкәр түңәрәктә ҡатнашҡан артистар тарафынан уңышлы сәхнәләш­терел­гән.
“Бала саҡтан мин атайыма хайран ҡала тор­ғай­ным. Күҙе күрмәгән килеш нисек итеп радио­ал­ғыстарҙы, сәғәттәрҙе йүнәтте икән?” — тип хәтерләй Сүриә.
Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бес­кән, тиҙәр халыҡта. Ата-әсә йоғонтоһо, һә­ләте балаларына ла күскәндер, моғайын. Сә­ли­мов­тарҙың бө­тәһе лә бәләкәй саҡтан йыр­ларға, музыка ҡо­рал­дарында уйнарға әүәҫ булған. Әйткәндәй, Сүриәнең ике ағаһы — гитарала, Илдар ағаһы, Гөлгөнә апаһы баянда уйна­һа, Мөр­ши­ҙә, Миңзәлә апалары моңло, матур йыр­ла­ған, уларға шулай уҡ Зилзилә менән Зиниә лә ҡу­шылған. Ул ваҡытта Сүриәнең ата-әсәһе кү­ренекле йырсылар Фәриҙә Ҡудашева, Әлфиә Афзалова, Рамаҙан Йәнбәков, Рәшиҙә Бей­бутоваларҙың ижадтары менән ҡыҙыҡ­һы­нып, улар башҡарған йыр­ҙарҙы яттан белгән. Радио­алғыста яңғырай баш­лаһалар, Сәлимов­тар бөтәһе бергә йыр тың­ларға яратҡан. Сүриә атаһы баянда уйнаһа, уға ҡушылып яратҡан йыры “Әҡлимә”не йырлаған.
Ҡыҙ мәктәп йылдарында үҙешмәкәр түңә­рәк­тәрҙә әүҙем ҡатнаша, маҡтау грамоталары менән бүләк­ләнә. Әйткәндәй, йырлау маһир­лығына һәм үҙен тотошона Сүриә ошо мәҙә­ниәт һарайында үткәрелгән художество үҙеш­мәкәр түңәрәктәренең концерттарында, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа өйрәнә. Ул ваҡытта мәҙәниәт йортоноң директоры булып һәләт­ле, төплө музыкаль белемле Дарвин Хәйретдинов эшләй. Ул мәҙәниәт йортона йыр­ларға, бейергә ярат­ҡан ғаиләләрҙе йыйып, татыу бер ижади коллектив ойоштора. 
Сүриәнең матур сығышы һәр ауылда яратып ҡабул ителә. Атаһының ауыр ваҡыт­та­рында баяны яҡын дуҫына әйләнһә, Сүриәгә йыр юлдаш була. Моң уны дәрт­ләндерә, йәшәүгә көс бирә. Районда үткәрелгән “Беҙ таланттар эҙләйбеҙ”, “Йон­доҙ­ҙар­ға бер аҙым” тигән конкур­старҙа призлы урындар алғас, артабан йырсы булыу теләге уға тын­ғылыҡ бирмәй. Силәбе ҡа­лаһындағы мәҙәниәт-ағар­тыу учили­щеһындағы хорға дири­жер­лыҡ итеү бүлеген тамамлап, Сүриә тыуған ауылында эшләй башлай. Йәш белгесте Силәбе металлургия заводының мәҙә­ниәт йорто художество етәк­сеһе, Рәсәй һәм Башҡортостан Рес­публика­һының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәт­кәре Рамаҙан Шаһиев “Айгөл” исемле баш­ҡорт халыҡ коллективына эшкә саҡыра. Сүриә “Байрам” вокаль-инструменталь ан­сам­блен­дә эшләй. Башҡорт һәм татар дис­коте­каһын алып бара. 1991 йылда Рәүил Ғималов исемле егет менән ғаилә ҡороп ебәргәс, Сүриә­нең тыуған ауылына кире ҡайталар. Тиҙҙән мөхәббәт емештәре булып ҡыҙ­ҙары Илсинә донъяға килә.
1993 йылдың октябрь айында Сүриә, Екатеринбург ҡалаһында үткән “Урал моңо” төбәк йырсылар конкурсында ҡатнашып, лауреат исе­менә лайыҡ була. Илдар Сәлимовтың “Йәшлек вальсы” һәм “Күл ауылы йыры”н баш­ҡара ул. 1994 йылда Нефтекама ҡалаһындағы Бөтә Рәсәй “Дуҫлыҡ моңо” йыр конкурсында “Йәншишмә” исемле йыры менән “Тамашасы һөйөүе” призына лайыҡ була. Өфөлә уҙға­рыл­ған гала-концерттан һуң уны, Иҙрис Ғәзиевтең тәҡдиме менән Өфөгә сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға саҡыралар.
Вокал бүлеге мөдире Фәрзәнә Фәтхулла ҡыҙы Сәғитова Сүриәгә ятаҡтан бүлмә алып бирешә. Илсинәгә бер йәш тә һигеҙ ай була. Шулай итеп, яңы тормош башлана. Ауыр­лыҡтарға бирешмәй ул. Илсинәне күтәреп лек­цияларға ла йөрөй, имтихандарын да тап­шыра. Училищены бары яҡшы бил­дәләргә генә тамамлап, ҡулына диплом ала. Шунан Сүриә Xөсәйен Әхмәтов исемендәге Баш­ҡорт дәү­ләт филармонияһында эш башлай. Оҙаҡ йылдар уға Лилиә Фәтихова, Хәлит Фәтихов, Шамил Хәмәҙи­нуров, Миңзиә Насибуллина менән татыу коллективта эшләргә насип була. Ҡыҙы Илсинәне үҙе менән бергә алып, гас­тролдәргә лә йыш сыға.
2007 йылда Сүриәнең тормош иптәше Рә­үил ҡапыл ғына вафат була. Әйтерһең, тормош һынау­ҙары көтөп кенә торған. 2012 йыл­да оҙаҡ ваҡыт ең һыҙғанып эшләгән Башҡорт дәүләт филармо­нияһынан да китергә мәжбүр итәләр уны. Йылдан ашыу эшһеҙ ултырырға тура килә, артабан матур итеп туйҙар, юбилейҙар үткәрә башлай. Һәм Хоҙай Тәғәлә икенсе юл күрһәтә. Яҡшы кешеләр күп бит ул донъяла! Шуларҙың береһе — Нефтекама филар­монияһы директоры Рәйес Абдрахман улы Исмә­ғилев. Нефтекамала Сүриә “Ҡәр­ҙәштәр” кол­­лек­тивында ең һыҙғанып эш башлай. Был ижади, татыу коллективҡа һәм Рәйес Абдрахман улына, дуҫтарына һәм, әлбиттә, яратҡан ҡыҙы Илсинәгә, бер туған ағаһы Илдарға, бигерәк тә бер туған апаһы Зиниәгә сикһеҙ рәхмәттәрен уҡый ул.
Сүриә Ғималова башҡорт сәхнәһендә үҙен­сә­лек­ле тауышы, башҡа берәүгә лә оҡшамаған тембры менән айырылып тора. Тырышлығы, үҙ-үҙенә талап­санлығы, тормошто яратыуы, шаян һүҙле, көслө характерлы, мөләйем, аҡыллы, фәйләсүф булыуы ме­нән дә һоҡ­ландыра ул. Сүриә баш­ҡа­рыуындағы йырҙар иһә төрлө-төрлө: берсә ҡояшлы, берсә болотло. Әммә кешене һәр саҡ өмөт йәшәтә. Бер йырында шундай һүҙҙәр ҙә бар:
Өмөт барлығы мине йәшәтә,
Өмөт барлығы мине йәшәртә...
Автор: Фирҙәүес ЮНЫСОВА, филология фәндәре кандидаты.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb