Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Силәбе өлкәһендә Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейы билдәләнәсәк
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 19 октябрь 2011
Силәбе өлкәһендә Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейы билдәләнәсәк
22 октябрҙә Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһында күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, философ һәм дини эшмәкәр Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 180 йыл тулыуға арналған «Аҡмулланың алтын көҙө» байрамы үткәрелә.
Ойоштороусылары – Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, өлкәнең Мәҙәниәт министрлығы, Миәс ҡалаһы хакимиәте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының матбуғат секретары Алина Зарипова хәбәр итте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, тантанала Башҡортостан Республикаһының һәм Силәбе өлкәһенең мәҙәниәт министрҙары урынбаҫарҙары, БР Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан ғалимдар ҡатнашасаҡ.
Был көндө ҡалала әҙәби уҡыуҙар үтәсәк. Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙары, Силәбе өлкәһенең М.Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә ағзалары шағирҙың иң яҡшы әҫәрҙәрен уҡып ишеттерәсәк, башҡорт мәғрифәтсеһенең ижадын һәм рухи мираҫын тикшерәсәк. Юбилейҙы байрам итеү сиктәрендә түңәрәк өҫтәл үткәрелә, унда Миәстә һәм дөйөм алғанда бөтөн төбәктә башҡорт телен уҡытыу, башҡорт халҡы тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлау мәсьәләләре ҡараласаҡ.
— Байрам үткәреү өсөн бай тарихлы Миәс ҡалаһы осраҡлы һайланмаған, — тип билдәләне Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсина.
– Мифтахетдин Аҡмулланың ҡәбере тап ошонда урынлашҡан. Байрамда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн Миәстең тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия ойоштороласаҡ. Тантана «Урал» автозаводының мәҙәниәт йортондағы концерт менән тамамланасаҡ. Унда М.Акмулла исемендәге премия лауреаттары – йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм Сибай дәүләт филармонияһы артистары үҙенең номерҙарын тәҡдим итәсәк.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө