Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Силәбе өлкәһендә Роберт Юлдашевтың концерттары үтә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шәмбе, 28 апрель 2012
Силәбе өлкәһендә Роберт Юлдашевтың концерттары үтә
27-28 апрелдә Силәбе өлкәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз ҡурайсы, Рәсәй Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Роберт Юлдашевтың һәм уның етәкселегендәге «Ҡурайсы» төркөмөнөң концерттары үтәсәк. Концертта шулай уҡ йәш йырсы Зилиә Бәхтиева һәм бейеүсе Гүзәл Исламғолова ҡатнаша.
Музыканттар 27 апрелдә Силәбе ҡалаһының Трактор заводы театрында, 28 апрелдә Озерск ҡалаһының «Төҙөүсе» мәҙәниәт һарайында сығыш яһай.
Концерттар Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, «Байрам» проюсер үҙәге һәм төбәктең Башҡорт йәштәре берләшмәһе ярҙамында ойошторолған.
Башҡорт ҡурайын донъя кимәленә алып сығып, Миландың «Ла Скала» сәхнәһен шаулатҡан Роберт Юлдашев өсөн ҡурай - ул йәшәү рәүеше. Милли музыка ҡоралына булған һөйөүе уны «Ҡурайсы» ансамблен төҙөргә этәргес бирә. Роберт Юлдашев башҡарыуында башҡорт ҡурайының ҡабатланмаҫ үҙенсәлегенә хайран ҡалған Рәсәй йондоҙҙары Гарик Сукачев, Николай Носков, Пелагея, Анита Цой кеүек йырсылар виртуоз ҡурайсы менән ижади хеҙмәттәшлек итеп, үҙҙәре өсөн ҙур асыш яһай.
«Ҡурайсы» төркөмөнөң саунд продюсеры Азамат Йәғәфәров көйҙәргә төрлө стилдә яңғырарға ярҙам итә. Шулай уҡ коллектив Азамат Аҙнағолов, Урал Иҙелбаев кеүек композиторҙар менән дә тығыҙ бәйләнештә ижад итә.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө