Силәбелә башҡорт йәштәре кисәһе үтте

Силәбелә башҡорт йәштәре кисәһе үтте
Силәбе өлкәһе башҡорттарының Ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, өлкәлә башҡорт йәштәр эстрадаһы йүнәлеше ҙур үҫеш ала.
Силәбе өлкәһендә йыш ҡына башҡорт йәштәре өсөн дискотекалар үтеп тора. Ошо көндәрҙә «Мегачел» киске клубында башҡорт йәштәре өсөн тағы ла бер дискотека ойошторолдо.
Был үткән дискотекаларҙың төп маҡсаты башҡорт йәштәрен берләштереү, уларҙың тормош мөнәсәбәттәре менән танышыу.
Бейеү кисәһе башланып китер алдынан Силәбе өлкәһендәге Башҡортостан вәкиллелеге пресс-секретары Мөхәмәт Хәбиров, Ҡоролтай эштәрендә актив ҡатнашҡан йәштәргә Ҡоролтайҙың Почет грамоталарын тапшырҙы.
Үҙ төйәгенән ситтә ҡалған тыуғандарыбыҙ өсөн башҡорт көйө, йыры, ҡурай моңон ишетеү, әлбиттә, бик әһәмиәтле. Ни өсөн тигәндә, улар йыр аша ата-бабаларын, үҙҙәренең Башҡортостанда йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәрен иҫкә ала. Бындай кисәләр үҙ төйәгеңде, мәҙәниәтеңде онотмаҫҡа мөмкинселек бирә. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb