Силәбелә «Синегорье» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале үтте

Силәбелә  «Синегорье» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале үтте

Силәбе ҡалаһының М.Глинки исемендәге Силәбе опера һәм балет театрында V «Синегорье» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале үтте. «Синегорье» фестивале беренсе тапҡыр Мәскәүҙә 2002 йылда үткән, унда илдең төрлө төбәктәренән 45-кә яҡын коллектив йыйылған. Быйыл да фестиваль сиктәрендә Халыҡ-ара фольклор ассоциацияһы конгресы һәм «Фольклор оскары» премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Унда 30-ҙан ашыу милли фольклор ассоциация вәкилдәре ҡатнашты.

Үҙҙәренең концерт номерҙары менән Ырымбур дәүләт академияһының рус халыҡ хоры коллективы, Башҡортостандан Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Силәбенең «Урал» дәүләт бейеү ансамбле, Казахстандың «Карнавал» ансамбле, Сербияның «Nikola Tesla» фольклор коллективы, Калмыкияның «Тюльпан» дәүләт бейеү ансамбле, Абхазияның «Кавказ» бейеү ансамбле һәм башҡа коллективтар сығыш яһаны.

Фестивальдең концерттары өлкәнең бик күп ҡалаларында ҡуйылды. Шуныһы ихтибарға лайыҡ, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле концерттары өлкәнең 9 ҡала һәм ауылдарында үтте.

Гала-концерт ике бүлектән торҙо. Сарала Башҡортостан Республикаһының өлкәләге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизов та ҡатнашты. Ул үҙенең сығышында Башҡортостандың танылған бейеү коллективын сәләмләп, почет грамотаһы һәм сәскә менән бүләкләне.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb