Краснокамала Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәренә арналған саралар 15 йыл тирәһе үтә. Быйыл байрамдың даирәһе тағы ла киңәйгән: Татарстан, Удмурт республикаларынан, Пермь крайынан фольклор коллективтары ҡатнаша.
Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ойошторолған Никола Вешний байрамының тап Краснокама ерлегендә үтеүе тәбиғи. Сөнки Николо-Березовка ауылында рустарҙың тарихи-мәҙәни үҙәге урынлашҡан һәм тап ошонда боронғо Николай ғибәҙәтханаһы һәм XX быуаттағы архитектура ҡомартҡылары һаҡланып ҡалған.