Башҡортостандың Стәрлебаш районында милли мәҙәниәттәр байрамдары үтте. Айҙарәле ауылында – «Рус мәҙәниәте көнө», Йәлембәт ауылында «Башҡорт мәҙәниәте көнө» уҙғарылды.
Райондың рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, бындай милли байрамдар дауам ителәсәк әле. 28 октябрҙә Буҙат ауылында «Татар мәҙәниәте көнө» үтәсәк. Байрам программаһында милли кухня, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, ҡул эштәре күргәҙмәһенә барыу, урындағы крайҙы өйрәнеү музейы менән танышыу, ижади коллективтар конкурсы, концерт ҡаралған.
Автор: Евгений Рәхимҡолов