Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры ижад миҙгелен Ҡаҙағстанда асты
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 23 октябрь 2012
Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры ижад миҙгелен Ҡаҙағстанда асты
Ҡаҙаҡ әҙәбиәте классигы, билдәле яҙыусы һәм драматург Дулат Исабеков 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы Алматы ҡалаһында "Исабеков донъяһы" тип исемләнгән халыҡ-ара театр фестивале уҙғарылды. Ижад байрамында Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры "Апай" әҫәре менән сығыш яһаны.
Дулат Исабековтың 70 йәшлек юбилейына арналған фестивалдең төп маҡсаттарының береһе - уртаҡ мәҙәни тамырҙарыбыҙҙы, рухи нигеҙебеҙҙе нығытыу, ижади тәжрибә уртаҡлашыу. Форумдың ойоштороусылары туғандаш халыҡтар мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, уларҙың үҙенсәлеген, милли асылды һаҡлау һәм артабан үҫтереү күп көс талап иткәнен яҡшы аңлай. Фестивалде ойоштороусылар әйтеүенсә, театр халыҡта әхлаҡи сифаттар тәрбиәләүҙә, мәҙәни донъяны байытыуҙа һәм милләт-ара дуҫлыҡты нығытыуҙа баһалап бөткөһөҙ ҙур роль уйнай. Алматы театр форумында Рәсәй, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Башҡортостан, Болгария, Корея илдәренән ун өс ижади коллектив ҡатнашты.
Стәрлетамаҡ театры тәҡдим иткән Дулат Исабековтың "Апай" драмаһы Мөхтәр Ауэзов исемендәге ҡаҙаҡ академия драма театрында утыҙ ике йыл уңышлы бара. Стәрлетамаҡтар өсөн дә был спектакль премьераһы бәхетле булды. "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" өсөн төп приз һәм Алматыла үткән халыҡ-ара театр фестиваленең махсус дипломы Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының мәртәбәһен арттырҙы. Алда талантлы коллективты Болгарияла һәм Кореяла көтәләр, яҡын киләсәктә артистар ошо илдәргә гастролгә юлланасаҡ.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө