Стәрлетамаҡтар - Өфөлә!

Стәрлетамаҡтар - Өфөлә!
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең гастролдәре уҙасаҡ.

Стәрлетамаҡтар Өфө тамашасыһы иғтибарына ике спектакль тәҡдим итәсәк: 3 апрель билдәле драматург Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса «Ай булмаһа, йондоҙ бар...» драмаһы (режиссеры – Азат Йыһаншин), 8 апрель Надежда Птушкина пьесаһы буйынса «Аҙашҡан ҡунаҡ» комедияһы (режиссеры – Илдар Вәлиев) сәхнәләштереләсәк. «Ай булмаһа, йондоҙ бар...» - төп героиняның иңенә тормош йырып сыҡҡыһыҙ ауырлыҡтар һала: иренең хыянаты, әсәһенең ҡаты сирҙән һуң үлеүе, туғандарының битарафлығы һәм иң ауыры – берҙән-бер ҡыҙының үлеме... Ҡатын был ауыр һынауҙарҙы үтергә кәрәклеген һәм һынырға ярамғанлығын бар күңеле менән төшөнә. Нисек кенә булмаһын, әммә ул һаман да бәхет йондоҙоноң ҡабынырына бар йөрәге менән ышана. Спектаклдә төп ролде театрҙың йондоҙо Резеда Әмәкәсева уйнай. «Аҙашҡан ҡунаҡ» - төрлө сәбәптәр арҡаһында кейәүгә сыҡмай ҡалған “ҡарт ҡыҙ” әсәһе менән яңғыҙ ғына донъя көтә. Әсә кеше ҡыҙының артабанғы яҙмышы өсөн борсола, бар күңеле менән уның тормошҡа сығыуын теләй. Ҡыҙ кеше лә әсәһенең күңелен күтәрер өсөн уны төрлөсө алдарға мәжбүр... Бер көн бер буйҙаҡ ир адрестарҙы бутап әсәле-ҡыҙлы йәшәгән фатирҙың ишеген шаҡый. Бәлки был көтөлмәгән осрашыу ике яңғыҙаҡҡа яҙмыш әҙерләгән бүләктер? Рәхим итегеҙ! Башлана 19.00 сәғәттә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb