Студенттар байрам итте

Студенттар байрам итте
Һабантуй — халҡыбыҙҙың күркәм байрамдарының береһе. Был матур йола Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында туғыҙынсы йыл үткәрелә. Уҡыу йортоноң стадионында халыҡ мәж килә: кемдер тирмәләр ҡарай, икенселәр төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, бәғзеләре рәхәтләнеп ял итә.
Йәш быуында халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләү, уны киләсәк быуынға еткереү маҡсатында уҙғарылған сара үҙ ниәтенә иреште. Һабантуйҙың биҙәге һәм үҙәге булған тирмәләрҙе институттың һәр факультеты, китапхана, ситтән тороп уҡыу бүлектәре ҡорған. Шуныһы үҙенсәлекле: һәр тирмә бер милләттең йолаларын сағылдырырға, аш-һыуын күрһәтергә тейеш. Тирмә эсенең түрендә шул халыҡтың көнкүреш әйберҙәре, милли кейемдәре урын алған. Институт китапханасылары әҙерләгән тирмәлә башҡорт халҡының йолалары күрһәтелә, халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән килгән илаһи моңдо Салауат Бәхтиев башҡара. Сәсән телле ағинәй Хәҙисә Арғынбаева йәштәргә үҙе ижад иткән бәйеттәрен еткерә. Урыҫ халҡының тормош-көнкүреш әйберҙәрен сағылдырған күргәҙмәлә халыҡ күпләп йыйылған. Сабата, баш кейеме һатып алыусылар ҙа юҡ түгел. Украин халҡының милли ашы – борщты тәмләүселәр ҙә етерлек. Шулай ҙа үҙҙәренең әҙерлеге, йыр-моңо менән күптәрҙе таң ҡалдырған филология факультеты башҡаларҙан айырылып торҙо. Немец халҡы мәҙәниәтен бар тулылығында асты улар.
Бил бирмәҫ батырҙарҙың көс һынашыуын ҡарарға теләүселәр күп ине. Көрәшселәр төрлө ауырлыҡ категорияһында алышты. Майҙандың төп бүләген – һарыҡты – “Физкультура һәм спорт” бүлеге студенты Илшат Ғазин эләктерҙе. Шулай уҡ гер күтәреү буйынса еңеүсегә лә һарыҡ инселәнгәйне. Был юлы тос бүләк Азамат Яхинға тәтене. 
Һабантуй ҡунаҡтары шахмат, шашка ярышында, тоҡ кейеп йүгереү, көршәк ватыу, арҡан тартышыу бәйгеләрендә ихлас ҡатнашты, балалар өсөн дә уйындар ойошторолдо.
Уҡыу алдынғылары, спорт ярыштарында еңеүселәр, олимпиада, төрлө конкурс, йыйындарҙа призлы урын яулаусылар уҡыу йорто директоры Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың ҡулынан маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлеккә бүләктәр алып ҡыуанды. Шулай уҡ “Иң яҡшы төркөм кураторы”, “Иң яҡшы уҡытыусы”, “Иң яҡшы декан”, “Иң яҡшы һаҡсы” һәм башҡа номинациялар билдәләнде. 
Автор: К. КУСИМОВА
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb