Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Стәрлетамаҡ артистары - Өфөлә!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Стәрлетамаҡ артистары - Өфөлә!
10-12 октябрь Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең гастролдәре уҙасаҡ.
Өфө халҡы иғтибарына 3 спектакль тәҡдим ителәсәк, уларҙың икәүһе премьера!
10 октябрь Баязит Бикбайҙың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы уйналасаҡ.
Үлемһеҙ спектаклдә төп ролдәрҙә Башҡортостандың халыҡ артистары Рауил Ғәлин, Фиҙәлиә Рәхимова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам Рәхимов, шулай уҡ Резеда Әмәкәсева, Илфир Баймырҙин, Гилүс Минһажев.
11 октябрь Туфан Миңнуллиндың «Ай булмаһа, йондоҙ бар...» драмаһының премьераһы үтәсәк.
Төп героиняның иңенә тормош йырып сыҡҡыһыҙ ауырлыҡтар һала: иренең хыянаты, әсәһенең ҡаты сирҙән һуң үлеүе, туғандарының битарафлығы һәм иң ауыры – берҙән-бер ҡыҙының үлеме... Ҡатын был ауыр һынауҙарҙы үтергә кәрәклеген һәм һынырға ярамғанлығын бар күңеле менән төшөнә. Нисек кенә булмаһын, әммә ул һаман да бәхет йондоҙоноң ҡабынырына бар йөрәге менән ышана. Спектаклдә төп ролде театрҙың йондоҙо Резеда Әмәкәсева уйнай.
12 октябрь Башҡортостан Республикаһы Президенты Грантына лайыҡ булған Альбер Камю пьесаһы буйынса «Калигула» спектакленең премьераһы сәхнәләштереләсәк.
Трагедияла төп ролдә Вадим Ҡылысов, шулай уҡ Фәнил Толонғужин, Марат Зөбәйеров һәм Рафиҡ Хәсәновтар ҡатнашасаҡ. Тарихта иң ҡанһыҙ булып урын алған Рим императорының характерын асырға тырышасаҡ йәш артистар.
Бөтә спектаклдәрҙең режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Азат Йыһаншин.
Тамаша 19.00 сәғәттә башлана. Рәхим итегеҙ!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө