Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры гастролдәре тамамлана

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры гастролдәре тамамлана
Бөгөн Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының Өфө сәхнәһендә 16 апрелдән башланған гастролдәре тамамлана. Һуңғы көндө театр тамашасыһын Мостай Кәрим пьесаһы буйынса «Ҡыҙ урлау» комедияһы менән ҡыуандырасаҡ (режиссеры – Рөстәм Хәкимов).
Ауылда яратҡан байрам – һабантуй. Йәштәр уйындарҙа ҡатнаша, йырлап-бейеп күңел аса, ә ололар йәшлектәрен иҫләй. Әжмәғол ҡарт иһә ауылдаштарына шаштырып-ҡабартып, уйынлы-ысынлы йәш сағында үҙенең ҡарсығын урлауы тураһында тәмләп һөйләй. Шул ваҡыт ауылдың беренсе егете һаналған Ҡотләхмәттең башына ла иң сибәр һәм аҡыллы ҡыҙ Йәмиләне урлау уйы башына оялай. Әгәр шундай йолаһы бар икән, ни эшләп мөмкинселектән файҙаланмаҫҡа? Бындай эштәрҙә уяу булырға кәрәк тә бит... Ләкин “ашыҡҡан ашҡа бешкән“ тигән кеүек, улар Әжмәғолдоң ҡатыны Уңғанбикәне урлап ҡуялар... Бик сағыу, күңелле, һәм иң мөһиме, ҡыҙыҡ комедия! Ысын комедия шулай булырға ла тейеш!
Рәхим итегеҙ! Билет хаҡтары 100-500 һум. 
Билеттар буйынса Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры кассаһына (тел.: 8(347)2723533 һәм 8-917-803-1771) шылтыратырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb