Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе үҙенең 25-се концерт миҙгелен аса.

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе үҙенең 25-се концерт миҙгелен аса.
Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе үҙенең 25-се концерт миҙгелен аса.
Театр һәм филармония бергә, иңгә-иң терәшеп эшләгән берләшмәлә тағы бер байрам-театр коллективына эйәреп, филармония ла үҙенең сираттағы ижад миҙгелен асырға йыйына.
Яратҡан тамашсылары өсөн театр-концерт берләшмәһе коллективы «Йөрәк илтә дуҫтар янына» («Сольем сердца в одно большое сердце»), тип аталған йырға-моңға бай программа әҙерләгән.
Унда филармонияның барлыҡ ижади көстәре лә ҡатнашасаҡ.
Бейеү театры өр-яңы бейеүҙәр һәм хореографик композициялар тәҡдим итһә, «Con anima» музыка ҡоралдары триоһы инструменталь комзоциялар менән ҡыуандырасаҡ, “Ашҡаҙар” башҡорт фолклор-эстрада төркөмө һәм «Сәрби» сыуаш эстрада-фольклор ансамбле халыҡ йырҙарынан алып, бөгөн популяр, күңелгә яҡын, танһыҡ йырҙарҙы башҡарасаҡ.
Ял минуттарын хәстәрләгәндәр, был матур, йыр-моңға бай, өр-яңы концерт номерҙарынан торған концерттан ситтә ҡалмаһын.
Концерт 19.00 башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb