Стәрлетамаҡта Башҡортостандың иң яҡшы фольклор коллективтары йыйыласаҡ

Стәрлетамаҡта Башҡортостандың иң яҡшы фольклор коллективтары йыйыласаҡ

1 — 3 ноябрҙә Стәрлетамаҡта «Ашҡаҙар таңдары» республика башҡорт фольклоры байрамы үтәсәк. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Стәрлетамаҡ хакимиәте инициативаһы менән ул тәүге тапҡыр 5 йыл элек үткәрелгәйне.

«Ашҡаҙар таңдары» байрамы — ҙурлығы буйынса республиканың икенсе ҡалаһы халҡына төбәктең иң яҡшы фольклор коллективтарын күрһәтергә мөмкинлек биргән сара, үҙешмәкәр башҡорт фольклор коллективтарының берҙән-бер ижади ярышы ул. Был юлы ла фольклор байрамына Башҡортостандың муниципаль райондарынан һәм ҡала округтарынан бихисап башҡарыусыларҙың йыйылыуы көтөлә.

Йола буйынса конкурс 16 йәшкә тиклем һәм унан өлкәнерәк йәштәгеләр араһында «Башҡорт фольклор коллективтары», «Һирәк һәм үҙенсәлекле жанрҙарҙы башҡарыусылар», «Башҡорт фольклор бейеүе» кеүек бер нисә номинациялар буйынса үткәреләсәк.

Программала конкурстан тыш башҡорт фольклор коллективтары етәкселәре өсөн семинар-лаборатория, ғалим-фольклорсылар, Башҡортостан Республикаһының сәнғәт оҫталары, башҡорт фольклорының төрлө жанрҙарын башҡарыусылар менән ижади осрашыуҙар, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының, Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының сығыштары планлаштырылған.

Автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb