Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Сулпылар»ға йомғаҡ яһап, Яңы йыл сығарылышы төшөрөлдө
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 23 декабрь 2011
«Сулпылар»ға йомғаҡ яһап, Яңы йыл сығарылышы төшөрөлдө
«Тамыр», телеканалы ойошторған «Сулпылар», республика телевизион конкурсы Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлдә лә киң танылған бәйгеләрҙең береһе. Конкурста ҡатнашыу - һәр баланың теләге тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Күптән түгел телеүҙәк шат балалар тауышына күмелде. Быйылғы «Сулпылар»ға йомғаҡ яһап, Яңы йыл сығарылышы төшөрөлдө «Сулпылар» конкурсы 1992 йылдан уҙғарыла. Унда йөҙләгән бәләкәс үҙ көсөн һынап ҡараны, йыр-моңға маһирлығын күрһәтте. Быйыл тапшырыуҙы эшләүсе ижади төркөм бик күп ҡыҙҙарға һәм малайҙарға һәләтен күрһәтеү мөмкинлеге бирҙе. Яҙҙан башлап республиканың төрлө төбәктәренән талантлы балаларҙы эҙләне. Салауат районының Малаяҙ ауылында, Нефтекама, Сибай, Өфө ҡалаларында һайлап алыу турҙары ойошторолдо. Жюри ағзалары барлығы 250-ҙән ашыу сығышты баһаланы. Һөҙөмтәлә, 24 ҡыҙ һәм малай икенсе турға үтеп, Өфөгә килеп студияла йырлау бәхетенә иреште. Ә финалға ни бары ун ике бала сыҡты. Уларҙың матур йырҙарына клиптар төшөрөлдө. «Сулпылар»ҙың Яңы йыл сығарылышын 31 декабрҙә сәғәт биштә ҡарарға мөмкин. Унда һеҙ йәш таланттарҙың матур йырҙарын ишетерһегеҙ. Гала-концертта иң моңло һәм дәртле йырсылар сығыш яһаясаҡ.
Ғәлиә Алсынова.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө