12 апрель М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Хәкимованың «Моңомда – яҙ һулышы» тип аталған концерт программаһы үтә. Тамашаның режиссеры – Сулпан Асҡарова, сценарий авторы – Гөлназ Ҡотоева.