Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Сыңлаһын әле миҙалдар...
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Сыңлаһын әле миҙалдар...
Йыл һайын еребеҙгә йәмле яҙ килгән, ҡояш нурҙарын йәлләмәй тарата башлаған, тәүге сәскәләр күренгән илаһи бер ваҡытта Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Тамыр” каналы кескәйҙәр өсөн ҡабатланмаҫ матур тамаша бүләк итә. Быйыл Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткәрелгән сара ла бәләкәстәрҙең хәтерендә оҙаҡҡа уйылып ҡалыр, ахыры. “Оло Еңеү – кескәй йөрәктәрҙә” тип исемләнгәйне ул.
Ысынлап та, тарихыбыҙ бер ниндәй үҙгәрештәргә дусар ителмәйенсә быуындан быуынға күскәндә, Тыуған илем тип йәнен-тәнен аямағандар тураһындағы хәтер һаҡланғанда ғына онотолмаҫ Бөйөк Еңеү рухы. Йәш быуын вәкилдәре уның нисек яуланғанлығы тураһында күберәк белһә, тыныслыҡтың ни тиклем ҡиммәт икәнлеген дә тоймай ҡалмаҫ, моғайын. Сираттағы байрамға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла саҡырылғайны.
Тамашаны Айгөл Ишбаева, Сәлимә Солтанморатова, Мораҙым Ишембәтов һәм Азамат Ҡарабулатов алып барҙы. Сәлимәгә – ни бары биш йәш, Мораҙымға – алты. Улар байтаҡ тәжрибә туплап өлгөргән апай-ағайҙарынан бер ҙә ҡалышманы, сәхнәлә баҙап ҡалманы.
Бәләкәстәр һәр тамашаны көтөп алды: “Сулпылар”, “Ирәндек моңдары” бәйгеләре еңеүсеһе Ильяс Ҡотоевтың “Ҡара юрға” йырын алҡыштарға күмде, “Веселинка” өлгөлө бейеү ансамбле сығыш яһағанда хатта ҡайһы бер ҡыҙ һәм малайҙар тыпырҙатып бейергә төштө. “Тамыр” йыр ансамбле солисы Гәлсәр Байғусҡарованың “Бөйрәкәй” башҡорт халыҡ йырын башҡарыуын, ағайҙары Фәрхәт Ѓәйнетдиновтың “Почтальон” йырын бик ихлас тыңланылар. Апайҙары Ләйсән Мәжитова менән бергә хатта бутҡа “бешереп ашанылар”, “һөт эстеләр” һәм бергә ҡушылып йырланылар. Әбйәлилдән “Байыҡ” телевизион конкурсы лауреаттары Эльвина Ғәбитова һәм Рифат Сәйетғәлин “күстәнәс”кә “Француз яулығы” бейеүен алып килгәйне. Айгөл Ибраһимова иһә апаһы, ағаһы һәм өләсәйҙәре менән берлектә “Үҙән буйы” йырын башҡарҙы.
Йәмғеһе 200-ҙән ашыу йәш артист халыҡ ижады емештәрен һәм заман әҫәрҙәрен тамашасыға еткерҙе. Тәнәфестә иһә бәләкәстәрҙе төрлө тәм-том көтә ине. Улар был көндө кинәнеп уйнаны, көлдө, тиҫтерҙәре менән аралашты. Ҡыйыуыраҡтары хатта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының миҙалдарын тотоп ҡараны. “Олатай, улар нисек сыңлай?” – тип һорашҡандары ла бар ине. Бергәләп фотоға ла төштөләр.
Автор: А. ӘХМӘТОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө