Сәхнәлә "Итекле бесәй"

Сәхнәлә "Итекле бесәй"
22 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә балалар өсөн тәғәйенләнгән Шарль Перро әҫәре буйынса «Итекле бесәй» әкиәтенең премьераһы була. Режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев.
Бала саҡтан уҡ барыбыҙға ла таныш, аҡыллы һәм изгелекле, ҡыйыу һәм хәйләкәр, ҡыҙыл итектәр кейгән бесәй тураһындағы әкиәт театр сәхнәһендә тәүге тапҡыр. Ни хаҡында һуң инде нисәмә быуынды тәрбиәләгән, уйландырған, дәртләндергән үлемһеҙ был әҫәр? Саҡ ҡына ундағы ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрәйек: ағаларының береһенә тирмән, икенсеһенә - ишәк, ә кинйә малайға атаһынан мираҫҡа бесәй генә ҡала. Ағалары шулай ҡарар итә. Сөнки атаһы, кинйә улын иркәләп, эшкә дәртләндереп, ҡайсаҡ ул эшләмәһә лә, «быны кескәй улым эшләне», тип маҡтап алырға ярата. Ә өлкәндәргә был һис тә оҡшамай. Көнләшеүҙән шартлар сиккә еткән ағалары, атай үлгәс, ҡустыларына бесәйен тоттороп сығарып ебәрә. Ә бесәй? Ул һис тә ябай бесәй булмай сыға! Мөғжизәле итек кейеп, мөғжизә артынан мөғжизә яһап, ярлы ғына хужаһын Принцесса һынлы Принцессаға өйләндереүгә ирешә! Ә нисек? Был хаҡта кескәй тамашасылар тик премьера көндө беләсәк.
Ролдәрҙә Урал Әминев, Айнур Ситдиҡов, Хәким Мортазин, Гөлнара Әмирова, Рима Ҡаһарманова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева һәм башҡа йәш артистар. Музыкаль яҡтан һәм сәхнә биҙәлеше (ул урам бесәйҙәренең йырҙары, бейеүҙәре тиһеңме, ул Король һарайы, костюмдар тиһеңме – барыһы ла мауыҡтырғыс) үҙҙәре бер мөғжизә.
Шулай итеп, кескәй тамашасыларҙы сағыу, күңелле, заманса ҡуйылыштағы яңы йыл әкиәте - «Итекле бесәй» көтә.
Әкиәт рус һәм башҡорт телдәрендә 22-26, 28-30 декабрь көндәрендә 11.00, 13.00, 15.00 сәғәттәрҙә уйнала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb