Сәхнәлә премьера — «Йософ һәм Зөләйха»!

Сәхнәлә премьера — «Йософ һәм Зөләйха»!

Театрҙың «Йософ һәм Зөләйха» (Ҡол Ғәли, Юныс Сафиуллин инсценировкаһы) ҡиссаһы буйынса музыкаль легенда өҫтөндә эшләүе хаҡында тамашасыларыбыҙ хәбәрҙар. Бөгөн ошо күләмле, фәлсәфәүи, илаһи мөхәббәт дастанының премьераһы. Музыкаль риүәйәтте сәхнәгә ҡуйыусы – театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, музыка авторы – Урал Иҙелбаев. Ҡуйыусы- рәссам - Альберт Нестеров, хореография һәм пластика яғынан эшләүсе – Сулпан Асҡарова.

Йософ ролендә – Руслан Хайсаров. Зөләйханың төрлө йәштәге образын Лилиә Ғәлина, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева (йәш сағы), А.Ғәлина-Ғафарова, Э. Юнысова (урта йәштәге), Н.Ирсаева, И.Фазлаева (өлкән йәштәге) һынландыра.

Зөләйха (Зәйтүнәгә). Йософ тиҙәр, ник һаталар уны, кем ул?
Зәйтүнә. Әҙәм балаһына оҡшамаған бер ҡол.
Буйы тиһәң – буйы зифа, һылыу үҙе,
Йөзҙәре лә бик күрекле. нурлы икән,
Теле матур, саф шишмәләй, тоғро һүҙе,
Етмеш ике телде белгән ғалим икән.

Йософ, белеүебеҙсә, ислам пәйғәмбәре. Башҡаларҙан үзенең ғәҙәти булмаған матурлығы, сафлығы, сабырлығы һәм төштәр аңлатыуы менән айырылған. Уның ғүмеренә Ҡөръәндең 12-нсе сүрәһе бағышланған. Ҡөръәндәге ошо Йософ сүрәһенә нигеҙләнгән «Ҡиссаи Йософ» (Йософ китабы) — XIII быуаттың беренсе яртыһында Ҡол Ғәли тарафыннан ҡисса жанрында иҗад ителгән әҫәр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb