Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Сәйетбаба ауылында Нардуған байрамы билдәләнде
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 26 декабрь 2011
Сәйетбаба ауылында Нардуған байрамы билдәләнде
Ғафури районының Сәйетбаба ауылында Нардуған байрамы үтте. Уның ойоштороусылары булып «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм ауыл мәктәбе сығыш яһаны. Тантанаға 7 класс уҡыусылары һәм урындағы олатайҙар һәм инәйҙәр саҡырылды. «Башинформ» хәбәрсеһенә «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең методисы Рәүилә Лоҡманованың хәбәр итеүенсә, байрамға уҡыусылар театрлаштырылған тамаша менән концерт номерҙары әҙерләгән. Сара дауамында малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡурайҙа уйнаған, халыҡ бейеүҙәрен һәм башҡорт йырҙарын башҡарған. Селлә бабай сараға килгәндәрҙең барыһына ла байрам өсөн рәхмәт әйткән һәм бәхеттәр теләп, балаларға бүләктәр тапшырған. — Нардуған байрамы – төрки халыҡтарының бик боронғо йолаһы, — тигән аңлатма бирҙе Рәүилә Лоҡманова. – Ул «Ҡояш тыуыуы»н аңлата һәм иң оҙон төндәр менән иң ҡыҫҡа көн билдәләнгән араға — декабрҙең һуңғы көндәренә тура килә. Риүәйәттәргә ярашлы, тап ошо ҡышҡы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта ҡояш яңынан тыуа
Автор: Тимур Рәхмәтуллин
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Дағстандағы Табасаран театры «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектаклен сәхнәгә сығарҙы
Шишәмбе, 06 май 2025
|
Тулыраҡ >
«HAZINA» төркөмө боронғо башҡорт көйҙәрен заманса яңғырашта тыңларға саҡыра
Дүшәмбе, 28 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров вафат
Дүшәмбе, 28 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө