Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
ТӘНҠИТТӘН ҠУРҠЫРҒА ЯРАМАЙ... "Журфест" һығымтаһы шулай
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
ТӘНҠИТТӘН ҠУРҠЫРҒА ЯРАМАЙ... "Журфест" һығымтаһы шулай
Дүртенсе йыл рәттән Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары журналистары һөнәри байрамын мәшәҡәтле эштәренән ситкә китеп, сәхрәлә ҡаршылай. Быйыл "Журфест" Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы эргәһендәге киң туғайҙа үткәрелде.
Журналистар һабантуйы уҙғарыласаҡ биләмәгә килеп инеү менән редакцияларҙың тиҙ арала ҡороп ҡуйған палаткалары, улар эргәһендә һәр баҫманың йәки радио, телевидение каналының эмблемаһы төшөрөлгән, девизы яҙылған елгә елберләп торған әләмдәре күҙгә ташланды. Республиканың ҡала һәм райондары редакциялары журналистары Тауһеңер яланына фестивалде асыу тантанаһына йыйылғанда уҡ көн ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле буласағын һиҙемләргә мөмкин ине. БР-ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов та ошо тойомлауға йомғаҡ яһағандай итеп: "Беҙҙең республика Рәсәйҙә иң күп гәзит-журналдар уҡыусы төбәк һанала, беҙҙең телеканал илдә иң яҡшыларының береһе. Мин уйлауымса, беҙгә Рәсәй буйынса һәр ваҡыт бөтөн күрһәткестәр буйынса алдынғы урындар биләүҙе, иң мөһиме - үҙебеҙ халыҡҡа яҡын булыуҙы теләргә кәрәк. Сөнки район һәм ҡала гәзиттәре халыҡҡа мәғлүмәт еткереүсе төп сығанаҡ булып тора. Беҙ бөгөн алған хис-тойғолар, яңы белемдәр һәм танышлыҡтар арҡаһында күпкә аҡыллыраҡ, белемлерәк, байыраҡ булырбыҙ, тип ышанам",- тип йомғаҡланы сығышын Борис Николаевич. "Спорт рекордтарынан - ижади еңеүҙәргә табан!" девизы аҫтында үткән "Журфест" һөнәри байрамдарын билдәләүселәрҙең ни тиклем тынғыһыҙ, һәр ерҙә беренселеккә ынтылыусан, сәмле булыуын тағы бер ҡат раҫланы. Шахмат, арҡан тартышыу, ҡолғаға менеү, ҡул көрәше һәм башҡа мауыҡтырғыс һабантуй уйындары бер тынала үтте. Волейбол һәм футбол уйындары ғына ярты көн дауамында барҙы. Әйткәндәй, "Киске Өфө" гәзите коллективының волейбол йыйылма командаһы йәмғеһе ун бер команданы артта ҡалдырып, беренсе урын яуланы. Яңы ғына ҡулдарына диплом алып эш башлап торған йәш журналистар менән бер рәттә күптән билдәлелек яулап, халыҡ араһында үҙ тыңлаусыларын, уҡыусыларын табып өлгөрөүселәр ҙә, етәксе вазифаларҙа эшләүселәр ҙә спорт ярыштарында ихлас ҡатнашты. Уйын-көлкө иң ҡатмарлы ижтимағи-сәйәси, иҡтисади, һөнәри мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, фекер алышыу, кәңәшләшеү менән аралашып барҙы. Журналистиканың төрлө өлкәләрендә эшләүсе коллегалар бергә йыйылыуҙан файҙаланып, быйыл тәүге тапҡыр Матбуғат клубы ойошторолдо. Унда Ҡырымдың Рәсәй менән ҡушылыуына бәйле яңы сәйәси ысынбарлыҡ, интернет-технологиялар менән үҙ-ара эш алып барыу мәсьәләләре тикшерелде. Көнө буйы мыжғып йөрөгән халыҡты күҙәтеп арыған ҡояш байыр мәлдә Башҡортостан Республикаһының Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ҡатнашыусыларҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләргә килде. Сығышында ул киң мәғлүмәт саралары менән идара итеү, власть һәм журналистар мөнәсәбәте темаларына ҡағылышлы уйҙарын еткерҙе: "Беҙ фекерҙәштәр, сөнки беҙ тормошто яҡшыртыу өсөн эшләйбеҙ. Ҡайһы саҡта ҡәтғи булыуығыҙҙы ла һорайым. Власҡа ҡарата тәнҡит һүҙе әйтеүҙән, эҙәрлекләүҙән ҡурҡмағыҙ. Мин етәкселек иткән саҡта һеҙҙе был күңелһеҙлектәр борсомаясаҡ", - тип ышандырҙы Рөстәм Зәки улы.
Шулай итеп...
Ысын мәғәнәһендә ирекле һәм ҡыйыу мәғлүмәт саралары хәҙерге заманға башҡа ваҡытҡа ҡарағанда ла нығыраҡ кәрәктер, сөнки тап ошо һөнәр эйәләре кешелектең фекерен һәм кәйефен формалаштыра, йәмғиәткә әхлаҡи, сәйәси йүнәлеш бирә. Журналистарҙың һөнәри байрамдары уңайынын ҡорға йыйылып, үҙ-ара аралашыу, киләсәккә маҡсаттар билдәләү йолаһы милли матбуғатыбыҙҙы тағы ла юғарырыҡ үрҙәргә әйҙәһен.
Автор: Камилә ҒӘЛИЕВА.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө