Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның ижад кисәһенә рәхим итегеҙ!

Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның ижад кисәһенә рәхим итегеҙ!
17 ноябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның ижад кисәһе утә.
Кисәлә шағирәнең шиғырҙарын Илһөйәр Ғизетдинова, Илдар Ғүмәров, Руслан Хайсаров, Гөлмирә Исмәғилева уҡый. Әлфиә Юлсурина, Светлана Хәкимова, Лилиә Ишемйәрова, Венера Юлгильдина, Фирүзә Париж, Сәғиҙулла Байегет һ.б. йырсылар ҡатнаша. Йәтеш кенә бейеүҙәр ҙә бар! Тамашаның ҡуйыусы режиссеры - Хөрмәтулла Үтәшев. Кисә бик мауыҡтырғыс, үҙенсәлекле, фәһемле, яҡты һәм иҫтә ҡалырлыҡ буласаҡ! Мөхәббәт, заман хаҡында һәм тыуған ил тураһында яңғыраған рухлы шиғырҙар һәр кемдең йөрәгенә барып етер! Әйткәндәй, быйыл Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның юбилейына «Китап» нәшриәтендә «Ҡанатлы йөрәк» тигән яңы китабы донъя күрҙе. Шағирәнең был алтынсы китабы. Нескә лиризм менән һуғарылған, юғары гражданлыҡ рухында яҙылған әҫәрҙәр ихласлығы менән күңелде арбай. Үҙенсәлекле шиғриәтенең төп темалары — кеше яҙмышы, тормош асылы, ата-әсәһенә, балаларына, һөйгәненә һәм тәбиғәткә ҡарата оло мөхәббәт. Шағирә заман һулышын һиҙгер тоя. Поэмалары ғәҙәти булмаған сюжетҡа ҡоролған. Көслө тойғоларҙан, һыҙланыуҙарҙан, уйланыуҙарҙан яралған. Милли колорит һаҡланған әҫәрҙәрҙә заманыбыҙҙың көнүҙәк проблемалары ҡуҙғатыла. Кисә киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү ирекле. Рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb