Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Төбәк кинематографсылары «Өмөт меридианы» бөтә Рәсәй эко-фестивалендә ҡатнашыуға саҡырыла
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 07 февраль 2012
Төбәк кинематографсылары «Өмөт меридианы» бөтә Рәсәй эко-фестивалендә ҡатнашыуға саҡырыла
Ағымдағы йылдың апрелендә Бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө — Эколог көнө сиктәрендә Санкт-Петербургта II «Өмөт меридианы» бөтә Рәсәй конкурс фильмдары кинофестивале үтәсәк. Унда кинематографсылар, тележурналистар, балалар студияларында ҡатнашыусылар, шулай уҡ башҡа кешеләр ҡатнаша ала.
Йәмәғәтселек, дәүләт власы органдары һәм киң мәғлүмәт саралары иғтибарын экология мәсьәләләренә йәлеп итеү кинофестивалдең төп маҡсаты булып тора.
«Өмөт меридианы-2012» сиктәрендә тематик конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, тамашасылар менән осрашыуҙар үткәреү планлаштырыла.
Сараны ойоштороусылар булып Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һәм Санкт-Петербургтың Кинематографсылар союзы сығыш яһай.
Башҡортостан вәкилдәре тәүге эко-фестивалдә әүҙем ҡатнашҡайны. «Башҡортостан» киностудияһы эштәре жюри ағзалары һәм тамашасылар менән йылы ҡабул ителгәйне. Республика делегацияһының бөтә Рәсәй экология кинофестивалендә быйыл да ҡатнашыуы ихтимал.
Фестивалдең ойоштороу комитеты һүҙҙәренсә, «Өмөт меридианы» Рәсәйҙең тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау эшендә ҡатнашыусы һәр яҡты ла берләштерә ала. Бынан тыш, сара төбәктәрҙең тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән ыңғай эшмәкәрлеген популярлаштырыуға булышлыҡ итәсәк.
Сығанаҡ:
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө