Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Төп бүләк — Бәләбәйҙә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 24 май 2012
Төп бүләк — Бәләбәйҙә
Стәрлебаш районында «Алтын тирмә» төбәк-ара милли театрҙар фестивале тамамланды. Төп бүләкте Бәләбәй ҡалаһы мәҙәниәт һарайының «Браво» урыҫ халыҡ йәштәр театр студияһы яуланы.
«Алтын тирмә» фестивале өс йылға бер тапҡыр үткәрелә һәм иң яҡшы театр коллективтарын, уңышлы спектаклдәрҙе асыҡлауға йүнәлтелә. Фестивалгә ярашлы, үҙешмәкәр театр коллективтарына «халыҡ» исеме бирелә. Быйылғы сарала Хакасиянан, Татарстан Республикаһынан һәм Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан коллективтар ҡатнашты.
Республикала бөтәһе 128 халыҡ һәм өлгөлө театр коллективы бар. Шуларҙың 57-һе — башҡорт, 36-һы — татар, 29-ы — урыҫ, 4-еһе — сыуаш, 2-һе — мари, 30-ы — балалар театры.
Февраль–мартта комиссия 123 театрҙың спектаклен ҡараны, шуларҙың 12-һе маҡтаулы исемгә дәғүә итте, ҡалғандары уны раҫланы.
Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, быйылғы «Алтын тирмә» репертуар һайлау мәсьәләһенең әүәлгесә көнүҙәк булып ҡалыуын күрһәтте. Ҡағиҙә булараҡ, коллективтар сифаты әллә ни юғары булмаған драматургия материалын һайлай. Был айырыуса башҡорт һәм татар театрҙарына ҡағыла. Ауырғазы, Краснокама, Илеш, Балтас, Баймаҡ, Борай, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Мишкә, Ейәнсура, Учалы, Өфө, Яңауыл райондары, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Межгорье, Октябрьский ҡалаларының ижади коллективтары юғары оҫталыҡ күрһәтте.
Фестиваль йомғаҡтары буйынса Хакасия Республикаһының Аскиз районы Кызлас ауыл мәҙәниәт йортоноң хакас халыҡ театрына беренсе урын бирелде. Илеш районынан «Сагыл» һәм Ауырғазынан «Ауырғазы» театры икенсе урынды бүлеште. Учалы районының «Ҡорама», Октябрьский ҡалаһының «Ыҡ» һәм Ишембай районының «Зөбәржәт» халыҡ театрҙарына өсөнсө урын бирелде.
Сығанаҡ:
«Башҡортостан»
гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө