Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Төрөк телендә донъя күргән «Ғүмер бер генә» һәм «Килмешәк» романдарының исем туйы үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 13 декабрь 2012
Төрөк телендә донъя күргән «Ғүмер бер генә» һәм «Килмешәк» романдарының исем туйы үтте
Күптән түгел Төркиәлә күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Динис Бүләковтың ике китабы донъя күрҙе. Баҫмалар Анҡара ҡалаһының Этимесгут районы хакимиәте һәм «Бенгю» Евразия Яҙыусылар союзы менән берлектә ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы тарафынан нәшер ителә. 10 декабрьҙә баш ҡалабыҙҙа, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең тамашалар залында романдарҙың исем туйы уҙғарылды. Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар – республикабыҙҙың халыҡ-ара ТӨРКСОЙ төрки мәҙәниәте ойошмаһындағы вәкиле Әхәт Сәлихов, Төркиәнең Ғази университеты уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы, романдарҙы төрөк теленә тәржемә итеүсе Нигяр Ҡалҡан һәм Анҡара ҡалаһының Этимесгут районы хакимиәте вәкиле Аладдин Санат ҡатнашты. Ғалимә Нигяр Ҡалҡан аспирантурала уҡығанда тәүҙә яҡут телен өйрәнә, ә докторлыҡ диссертацияһы өсөн башҡорт телен һайлай һәм Динис Бүләков ижадына туҡтала. Ул яҙыусының «Ғүмер бер генә» һәм «Килмешәк» романдарының стилистикаһын, семантикаһын тикшереү менән бергә уларҙы төрөк теленә лә тәржемә итә.
Исем туйында Динис Бүләковтың ижадташ дуҫы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рауил Бикбаев, Башҡортостан мосолмандар Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, танылған йәмәғәт эшмәкәре Тәлғәт Сәғитов, әҙиптәр Ғәлим Хисамов, Ҡәҙим Аралбаев, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Ирек Кинйәбулатов, Гөлфиә Юнысовалар сығыш яһаны. Осрашыуҙа шулай уҡ яҙыусының тормош иптәше Рәйлә Бүләкова, ҡыҙҙары һәм кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре ҡатнашты. Сығыштар Динис Бүләков яратҡан көй-моңдар менән үрелеп барҙы. Сығанаҡ:
«Ашҡаҙар»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө