«Фонограмма менән йырлаусыларға ҡаршы 1994 йылда уҡ көрәш башлағайнығыҙ. Ошо “фронт”та әле хәлдәр нисек?» Шундай һорау бирҙе тамашасылар яңыраҡ Өфөләге концерт ваҡытында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, яҡташыбыҙ Салауат Фәтхетдиновҡа.