Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Тамашаға бай Сибай
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Тамашаға бай Сибай
1931 йылдың июнендә барлыҡҡа килгән Сибай дәүләт башҡорт драма театры быйыл үҙенең 84-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫты. Бына инде ун биш йылға яҡын ул театрҙың тәүге художество етәксеһе, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков исемен йөрөтә.
Театр тамашасыға сираттағы ижад миҙгелен асыуға арналған спектаклдәрен тәҡдим итә. Был көндәрҙә репертуарҙағы иң сағыу әҫәрҙәр күрһәтеләсәк.
Сибайҙар белорус драматургы Алексей Дударевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Һуңғы аҙым” исемле драмаһын ҡараны ла инде. Әҫәрҙе йәш режиссер Вадим Ғилманов сәхнәләштергән.
...Тормоштоң төбөнә ҡолаған, был донъяла бер маҡсаты ла булмаған Андрей Буслай, бер көн килеп, яҙыусы Пакутович фатирында уянып китә... Унда инде Алина һәм Драгун менән осраша. Күп ауырлыҡтар күргән, әммә изге күңелле, юғары әхлаҡлы булып ҡала алған был кешеләр ярҙамында Андрейҙың тормошҡа, үҙенә, яҡындарына ҡарашы үҙгәрә, әйтерһең дә, ул оҙайлы йоҡонан уяна башлай...
Төп геройҙың кисерештәрен БР-ҙың атҡаҙанған артисы Марс Итбаев бар тулылығында асып биреүгә өлгәшкән. Сәхнәләге Буслай-Итбаевҡа ҡарап хайран ҡалаһың.
Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин тыуҙырған атай образы ла тетрәндергес. Был талант эйәһенең ым-ишаралары, күҙ ҡараштары, тамаҡ ҡырыуҙары, атлап йөрөшө – барыһы ла улының бушҡа уҙған ғүмере өсөн әрнеүен, ҡартлыҡ көндәрендә ата-әсәһенең өмөттәрен аҡламауына рәнйеүен асып һала. Берҙән-беренең кеше булырына өмөт иткән әсәнең (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Йосопова) ышанысы аҡланырмы? Йәш кенә көйө, яратылып та өлгөрмәйенсә, һөйгәнен юғалтҡан Нинаға (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Ғәлләмова) еңелме ни?! Ә әҙәм ҡиәфәте ҡалмаған Шаргаевты (артист Илгиз Әбдрәшитов) кеше тип әйтергә береһенең дә теле әйләнмәҫ ине... Һаман да тәүге мөхәббәтен күңел түрендә йөрөткән Нина янында йәшәүе Николайға ла (артист Салауат Вәлиев) еңел түгел...
Был пьесаны автор бынан бер нисә тиҫтә йылдар элек яҙһа ла, унда күтәрелгән мәсьәләләр әле лә әһәмиәтен юғалтмаған: йәмғиәткә хас булған эскелек, әхлаҡһыҙлыҡ, кеше шәхесенең тарҡалыуы, туғанлыҡ ептәренең өҙөлөүе...
Ә икенсе көндә ижади коллектив Рәлиф Кинйәбаевтың “Ҡарауыл! Ҡәйнәмде урлағандар!” комедияһын ҡарарға саҡырҙы. Театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән спектаклдә ижади коллективтың иң һәләтле артистарынан төҙөлгән ансамбль сығышын күрергә мөмкин.
Сәхнә әҫәренең бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫын ышаныс менән әйтә алабыҙ. Тамашасылар тормошобоҙҙа урын алған ваҡиғаларҙы сәхнәлә күреп, бәлки, уларға икенсе күҙлектән дә бағыр...
Бибисара ҡарсыҡ ролен башҡарған Рәмилә Хоҙайғолованың уйнауына таң ҡалып, ирекһеҙҙән күңелгә, юҡҡа ғына был сәхнә оҫтаһына “Халыҡ артисы” исеме бирелмәгән икән, тигән уй килә. Ҡарсыҡтың килене Рәмзилә образын һынландырған Зифа Баязитова ла (Башҡортостандың халыҡ артисы) ябай ғына: “Һайт! Кем бар унда! Сыҡ!” – тигәнде лә үҙенә генә хас булған алымдар менән әйтеп, бар залды көлдөрөргә һәләтле. Был, әлбиттә, оло талант күрһәткесе. “Мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары өсөн” тигән маҡтаулы исем йөрөтөүсе Марсель Хоҙайғоловтың сәхнәләге 90 йәшлек геройы ла – артистар ансамбленә мәҙәк өҫтәүсе сағыу образ. Беҙҙең арала тағы ла кем Миһран ҡарт кеүек “машинаһында оло юлға сығып, күҙҙәрен сытырҙатып йомоп, газға баҫа” ала? Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәдиф Яныбаев – ҡарсыҡтың улы Хәтмулла ролендә.
Тормошобоҙға хас ваҡиғалар сағыла сәхнәлә. “Йәш саҡта дәүләткә бил бөктөк, хәҙер инде балаларға эшләйбеҙ” – Бибисара ҡарсыҡтың һүҙҙәре был. Таныш күренешме? Әбейҙең матди байлыҡ тип сиктәрҙе аша атлаған ҡыҙы Фәниә (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова) менән кейәүе Әхмәҙи (артист Юнир Мансуров) образдарында ла кемделер төҫмөрләргә була.
Спектаклдә йәш геройҙарҙың ҡатнашыуы сәхнәләге тормошто йәнләндереп ебәрә. Ихлас, ярҙамсыл Вәлийән ролен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Сөнәғәтов һәм өмөтлө артист Морат Амантаев башҡарһа, Бибисараның ейәнсәре Гөлсирә образын Дания Ғөбәйҙуллина менән Эльмира Тимерова һынландыра.
Билдәле драматург Наил Ғәйетбай ижад иткән пьеса буйынса ҡуйылған “Эңер төшкәндә” драмаһын үткән миҙгелдә республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларында йәшәүсе тамашасылар күреү бәхетенә эйә булды. Миҙгел асыу спектаклдәре исемлегенә ул юҡҡа ғына индерелмәне. Тамашасылар әҫәр геройҙары менән бергәләп нисек итеп кешеләрҙә юғала барған йылылыҡты, ихтирамды, ихласлыҡты һаҡлап ҡалырға мөмкин тигән мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләйәсәк. Спектаклде Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер Азат Нәҙерғолов сәхнәләштерҙе.
Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Юнир Ғәйнуллин, Әлфирә Ғәлләмова һәм Әлфирә Йосопова тыуҙырған образдар (Рәжәп һәм Сабира) кешегә был донъяла йәшәү өсөн ғүмер буйы терәк кәрәк булыуын тағы бер иҫкәртә. Ике яңғыҙаҡ бер-береһендә яҡлау, таяныс тапҡан икән, күрә, тоя белгәндәргә шул да бәхет бит! Тәжрибәһеҙлеге арҡаһында тура юлдан тайпылған, шул арҡала үҙенә урын таба алмай хитланған Наҙгөлдөң дә бер көн килеп күңеленә бәхет ҡошо ҡуна. Тик оҙаҡҡамы? Йәш егет Искәндәр ҙә тынғы бирмәгән һорауҙарға яуапты дин юлында табырға өмөтләнеп йәшәй... Һәр кем был донъяла үҙ яртыһын табып, бер-беребеҙҙе һаҡлап-яҡлап йәшәһәк ине.
Был драманан һуң сәхнәгә Мөҙәрис Бағаевтың “Хикмәтле күл” комедияһы (режиссеры – Дамир Ғәлимов) күтәреләсәк.
Әҫәрҙә ваҡиғалар “перспективаһыҙ” мөһөрө һуғылған ауылда бара. Унда бары тик өс кенә ҡарт йәшәй: Ғабдулла, Кәбир, Хәким. Берҙән-бер көндө уларҙың ҡулына ауылда урынлашҡан күлдең тылсымы тураһында Ибн Фаҙландың яҙмалары килеп эләгә. Ғүмер буйы ошо ерҙә йәшәп тә, ни өсөн быға тиклем күлдең мөғжизәһе берәүгә лә билдәле булмай? Ожмахҡа тиң, хатта серле күле лә булған ер ситтәрҙе ылыҡтырмай ҡалмай, әлбиттә. Ниндәй мажараларға тарыр ауыл халҡы? Был хаҡта тамашасы спектаклде ҡарағандан һуң белер. Етди донъяуи мәсьәләләрҙең юмор аша бирелеүе әҫәрҙе ҡабул итеүҙе еңелләштерә лә инде.
“Театр төнө” сараһы танылыу ала бара. Республикабыҙҙа үтәсәк байрам сылбырын быйыл сибайҙар башлап ебәрҙе. Программала әкиәттән өҙөк, артистар менән фотоға төшөү, барыһы ла яратып өлгөргән “Ҡарт кейәүҙәр йәки Шомбай ҡоҙа” (Флорид Бүләков) музыкаль комедияһы күрһәтелде.
Әйткәндәй, драматург Флорид Бүләков һәм режиссер Дамир Ғәлимовтың бергә эшләүенең матур һөҙөмтәһе булған был әҫәр менән театр коллективы Татарстанға Кәрим Тинчурин исемендәге VII халыҡ-ара милли драматургия театр фестивалендә ҡатнашты. Спектаклдә яңғыраған көйҙәрҙе билдәле музыкант, композитор Илшат Яхин ижад итһә, бейеүҙәр өҫтөндә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова эшләне.
Театр коллективы тап ошо спектакль менән Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ойошторған заман драматургияһы бәйгеһендә ҡатнашып, икенсе премияға лайыҡ булды.
83-сө ижад миҙгелендә коллектив йәмғеһе алты спектакль, шул иҫәптән Әминә Яхинаның “Йән һөйгәнем – һин генә” комедияһын, балалар өсөн “Тылсымлы урман мөғжизәләре” исемле яңы йыл әкиәтен сәхнәгә сығарҙы. Уларҙы режиссерҙар Дамир Ғәлимов, Вадим Ғилманов, Азат Нәҙерғолов сәхнәләштерҙе. Спектаклдәрҙе биҙәү һәм костюмдар өҫтөндә театрыбыҙҙың рәссамдары Айнур Юнысбаев, Зилә Нурғәлиева, Әлиә Йәғәфәрова эшләһә, көйҙәрҙе композиторҙар Юлай Үҙәнбаев, Илшат Яхин ижад итте. Спектаклдәрҙең музыкаль биҙәүселәре – театрҙың музыка бүлеге хеҙмәткәрҙәре Рәмил Әминев, Тимур Әхмәтйәнов, Ғәйсәр Аҡбулатов.
Йәнә бер шатлығыбыҙ бар: талантлы артистарыбыҙҙың береһе Венер Сөнәғәтовҡа күптән көтөлгән маҡтаулы исем бирелде. Ул хәҙер лайыҡлы рәүештә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” исемен йөрөтә.
Коллективтың йәш көстәр менән тулыланыуы ла – беҙҙең өсөн ҡыуаныслы хәл. Сәнғәт усағында инде икенсе ижад миҙгелен башлаған йәш артистар – Залина Сөләймәнова менән Нурзилә Мөхәмәтйәнова. Икеһе лә – Баймаҡ ҡыҙҙары. Беренсе йылда уҡ Залина “Һүҙ оҫтаһы” VII республика бәйгеһендә ҡатнашып, өсөнсө дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Ул конкурсҡа Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Партбилет” әҫәрен тәҡдим итте. Йәш артистар, белемдәрен үҫтереү маҡсатында, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында ситтән тороп белем ала.
Коллективҡа утыҙ йылға яҡын етәкселек иткән театрыбыҙҙың художество етәксеһе Дамир Мәжит улы Ғәлимовтың мәртәбәле юбилейын да коллективыбыҙ тамашасылар менән бергәләп, ҙурлап үткәрҙе.
Театр сәхнәһендә йондоҙ булып балҡыған Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолованың Сибай театры сәхнәһендә ижад итеүенә быйыл августа 50 йыл тулды! Әле лә йәш сырайлы, һомғол буйлы, изге күңелле Рәмилә ханым артабан да сағыу образдар тыуҙырып, тамашасыларын ҡыуан- дырып торһон, тип ихлас теләйбеҙ. Икенсе олуғ артисыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллинға октябрҙә 65 йәш тула. Өфө сәнғәт институтын тамамлағандан алып, бер ҡайҙа ла тайпылмайынса, бары тик Сибай театрына хеҙмәт итә. Ике актерҙың да башҡарған ролдәре бихисап: Р. Хоҙайғолова иҫәбендә улар йөҙ иллеләп булһа, Р. Сәйфуллин йөҙҙән ашыу образ тыуҙырған.
Театр үҙ сәхнәһендә генә “ҡайнамай”. Башҡортостан район-ҡалалары буйлап та ижади сәфәрҙә йыш була. Үткән миҙгелдә мөбәрәковсыларҙы Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан, Салауат, Ейәнсура, Күгәрсен, Бөрйән, Әбйәлил, Хәйбулла, Миәкә райондары, Өфө, Салауат, Туймазы ҡалалары, Ишембай, Учалы, Мәләүез, Белорет, Баймаҡ ҡала һәм район халҡы алҡышланы. Шулай уҡ театрыбыҙ Татарстандың Яр Саллы, Түбәнге Кама, Бөгөлмә ҡалаларында, Сарман һәм Зәй райондарында Салауат Әбүзәрҙең “Ғүмерлек ғазап” мелодрамаһы (режиссеры – Дамир Ғәлимов), шулай уҡ Силәбе ҡалаһы һәм өлкәһендә, Ҡурғанда Мөҙәрис Бағаевтың “Хикмәтле күл”е менән сығыш яһаны. Ҡайҙа ғына булмаһын, артистарҙың халыҡсан сығышын тамашасылар аяғүрә баҫып алҡышлай. Был инде сәнғәт кешеләре өсөн иң ҙур шатлыҡ. Тимәк, тормошобоҙҙо Интернет, телевидение баҫып алған, тиһәк тә, театр сәнғәте кешеләргә кәрәк булыуҙан туҡтамаясаҡ.
Шулай итеп, уҙған ижад миҙгелендә бөтәһе 297 спектакль күрһәтелгән, уларҙы 41 мең тамашасы ҡараған.
Автор: Алһыу АҠБУЛАТОВА, театрҙың әҙәби бүлеге етәксеһе.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө