Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Тамаша» журналы хеҙмәткәрҙәре Ҡырмыҫҡалы районында яҙылыусылары менән осрашты
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 20 февраль 2012
«Тамаша» журналы хеҙмәткәрҙәре Ҡырмыҫҡалы районында яҙылыусылары менән осрашты
Республиканың күп һанлы гәзит-журналдары араһында «Тамаша» үҙенсәлеклелеге менән айырылып тора. Башҡортостан мәҙәниәтенең үткәнен, бөгөнгөһөн сағылдырған, киләсәген күҙаллаған журнал ул. Был баҫманы һәр ҡала һәм ауылда, бигерәк тә мәҙәниәт усаҡтарында түҙемһеҙлек менән көтөп алалар.
«Тамаша»ның тап Ҡырмыҫҡалыла осрашыу үткәреүе осраҡлы түгел. Журнал хеҙмәткәрҙәре һәм уны яратып уҡыусылар район мәҙәниәт йортондағы «Тамаша» - замана көҙгөһө тигән кисәгә йыйылды.
Осрашыу кисәһенә күренекле драматург, «Тамаша»ның тәүге мөхәррире Наил Ғәйетбай, шағир Ирек Кинйәбулатов, сатирик-яҙыусы Марсель Сәлимов һәм тележурналист Шәүрә Ғилманова килде. Сараға йыйылыусылар уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Шулай уҡ, яҡташтары журналдың баш мөхәррире Фәнил Ҡоҙаҡаевты 60 йәшлек юбилейы менән дә ҡотланы.
«Тамаша»ның баш мөхәррире әйтеүенсә, журналдың эстәлеген байытыу, камиллаштырыу өҫтөндә эш бара. Тимәк, уҡыусылар менән бәйләнеш өҙөлмәйәсәк, яңынан-яңы ҡыҙыҡлы рубрикалар тәҡдим ителәсәк.
Сығанаҡ:
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө