Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Тамаша»112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 21 сентябрь 2012
«Тамаша»112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында
Журналыбыҙҙың баш мөхәррире, ҡырмыҫҡалыларҙың Өфөләге яҡташтар ойошмаһы рәйесе Ф. Ҡоҙаҡаев 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ҡағылған тарихи материалдар, ветерандарҙың иҫтәлектәрен йыя, яҡташы генерал М. Шайморатовтың хәрби юлы һәм яҙмышы хаҡында мәғлүмәттәр туплай.
Күптән түгел уны данлыҡлы дивизияның 1941–1943 йылдарҙағы политбүлек начальнигы Салауат районында тыуып үҫкән Ә. Абдуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған кисәгә саҡырҙылар.
“Тамаша” журналы күберәк мәҙәниәт һәм сәнғәт темаларын яҡтырта, әммә уның биттәрендә яугир яҙыусыларҙың әҫәрҙәре, фронт бригадалары составында сығыш яһаған артистар хаҡында материалдар йыш баҫылып тора.
Ф.Ҡоҙаҡаев йыйылыусыларға ошо хаҡта һөйләне, башлыса Башҡортостан яугирҙарынан ойошторолған һуғышҡа ҡабаттан 1942 йылда ингән 95-се дүрт орденлы Полтава уҡсылар гвардия дивизияһының яҙмышы Башҡорт кавалерия дивизияһыныҡынан бер ни менән дә айырылмауы хаҡында бәйән итте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дивизияның Өфөлә күп йылдар эшләп килгән ветерандар Советы, билдәле сәбәптәр арҡаһында хәҙер эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Әммә мәрхүм булған ветеран-яугирҙарҙың балалары Советтың эшен дауам итергә булған, “Дивизияның улдары” тигән ойошма төҙөгән. Улар үҙ эшмәкәрлеген 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ветерандар Советы өлгөһөндә ойоштормаҡсы.
Ә. Абдуллиндың сарала ҡатнашҡан яҡташтары Искәндәр Миһранов, Ғәтиәт Садиҡов үҙ сиратында “Тамаша” журналын ҡыҙыҡһынып уҡып барыуҙары, артабан да баҫмаға яҙыласаҡтары хаҡында һөйләне, ике туғанлашҡан Салауат менән Ҡырмыҫҡалы райондарының хеҙмәттәшлеген үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әйтте.
К.Шамсетдинов
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө