Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Тамыр”ҙар булдыра ул
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
“Тамыр”ҙар булдыра ул
Бронза Орфей һәм ике махсус бүләк. “ТЭФИ-Төбәк-2014” бәйгеһендә “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ошондай һөҙөмтәгә өлгәште.
Башҡортостан Президенты грантына төшөрөлгән “Шүлгәнташ” фильм-әкиәте конкурстың иң юғары наградаһына лайыҡ булды. Әкиәттең оператор-ҡуйыусыһы Урал Ғатауллин (һүрәттә) “Телевидение программаһы/фильм операторы” номинацияһында Грозный һәм Сорғот ҡалаларынан килгән коллегалары менән көс һынашты. Башҡорт әкиәтенең ҡатмарлы сюжеттары бик оҫта төшөрөлгәйне. Баһалама комиссияһы бронза Орфейҙы тап уға тапшырырға ҡарар итте. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш операторы Урал Ғатауллин әйтеүенсә, был — бөтә команданың еңеүе.
Баһалаусылар һәм финалға сығыусылар билдәләүенсә, телевидение шарттарында бындай фильм төшөрөү еңел түгел. Оҫта, матур геройҙар, сағыу кейемдәр, гүзәл тәбиғәт күренештәре, сәхнәнең ҡыҙыҡлы биҙәлеше, сихри музыка, йөкмәткеле сюжет — быларҙың барыһы ла әкиәт донъяһына әйҙәй. “Ниңә быны Башҡортостанда ғына эшләй алалар?” — тип шаяртыусылар ҙа булды.
– Ярыш ҡыҙыу барҙы. Эштәребеҙ биш номинация буйынса финалға үтте. Ә балалар номинацияһы — ни бары берәү. Беҙ өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән программалар менән төрлө йүнәлештәрҙә ярыштыҡ һәм еңеп сыҡтыҡ, — ти “Тамыр” балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Президент гранттары буйынса комиссияға, республиканың Мәҙәниәт министрлығына беҙгә ышаныс һәм ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәтлебеҙ.
Рәсәй телевидение академияһының Медиаиндустрия академияһында бушлай уҡытыу рәүешендәге махсус бүләге “Физра. Махсус хәбәрсенең спорт блогы” программаһына (режиссеры — Әлмира Ахунова, журналисы — Татьяна Никитина, алып барыусыһы — Егор Антипин) тапшырылды. Режиссер Ләйсән Мәзитованың “Герой балалар” тапшырыуы “Ҡаршылыҡты еңеү” махсус номинацияһында уңыш ҡаҙанды.
Автор: Ғ. ХӘБИРОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө