Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
"Тамыр"ҙың үрҙәре күп әле!
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 29 апрель 2013
"Тамыр"ҙың үрҙәре күп әле!
Ҡәҙерле бәләкәстәр, илебеҙҙең ниндәй булыуын теләр инегеҙ? Белеп торабыҙ: уй-хыялығыҙ "Тамыр" йыр ансамблендә шөғөлләнгән тиҫтерҙәрегеҙҙеке менән бер иш. "Йылмайыуҙан балҡыған, яҙ миҙгеле китмәгән, асыу-ҡайғы килмәгән, изгелек һибелгән ил кәрәк миңә!" — тип йырлай улар. Дуҫтарыбыҙҙың яҙ концерты ла, һәр ваҡыттағыса, ошондай рухта үтте.
Белеүегеҙсә, "Тамыр" телеканалы беҙҙе бындай тамашаға йыл да йыя. Бөрө тиртеп сығып, умырзая баш ҡалҡытып, ҡояшҡа иркәләнгән мәлдә балалар ҙа моң илендә наҙланып ҡайта кеүек. Ә быйыл улар, йырлап-бейеп кенә ҡалмай, күмәкләп "Тау-тау биштәр" тип аталған сәйәхәткә сығып китте. "Тамыр" ансамбленең дәртле "Йәй" йырынан башланған сәфәрҙә ҡыҙҙар "Кәкүк сәйе"нә йыйылып алды, малайҙар "Шәп арба" тапшырыуын алып барған оҫта ҡуллы Фәрхәт ағалары менән "Самолет"ҡа ултырып осто. Асылыкүлгә лә туҡтаны сәйәхәтселәр, һыуһылыуҙар Динә Ғарифуллина һәм Гәлсәр Байғусҡарова башҡарған башҡорт халыҡ йырын һоҡланып тыңланы. Юлда ғашиҡ булырға ла өлгөрҙө йәштәр: Шәүрә Әширбаева менән Ислам Фазлаев тәүге матур хистәрен моңға һалып белдерҙе. "Тамыр" ҡыҙҙары һәм малайҙарының, "Йондоҙсоҡтар", "Дуҫлыҡ", "Бейеү формулаһы", "Ренессанс" коллективтарының бейеүҙәре лә "Биштәр" тауына йүнәлгәндәргә дәрт-дарман өҫтәне.
Алыҫ юлға өлкәндәрһеҙ сығыу мөмкин түгел. Биштәрҙәрен аҫып, балалар менән бергә сәфәр ҡылған данлыҡлы Роберт Юлдашевтың ҡурай моңо, "Вечер.com" тапшырыуын алып барған Руслан Фаршатовтың, "Бүреләр" төркөмө солисы Илшат Абдуллиндың, билдәле йәш сәхнә оҫтаһы Раил Өмөтбаевтың йырҙары, "Бауырһаҡ апай"ҙың тәмлекәстәре, уйындары күҙ төбәп барған бейек тауға менеп етергә көс бирҙе.
Сәйәхәттә Өфөләге 30-сы коррекция мәктәбенең "Окей" ансамблендә шөғөлләнгән балалар ҙа һис бирешмәне, киреһенсә, киләсәккә дәрт-дарманының ташып тороуын күрһәтте.
Сираттағы яҙғы концерты менән бәләкәстәрҙең генә түгел, өлкәндәрҙең дә күңеленә изгелек орлоҡтарын сәсеүен тағы бер ҡат раҫланы "Тамыр". Тамашаға билет һатыуҙан йыйылған аҡса Баймаҡ районынан 12 йәшлек Батыр Масҡаровҡа тапшырылды. Ауыр сирҙән яфаланған малай Украиналағы махсус клиникала дауаланасаҡ. Ошондай изге эштәр менән шөғөлләнгән "Тамыр"ҙың яулайһы үрҙәре күп әле, тип ихлас күңелдән теләне тамашасылар.
Тәнәфестә лә, концерттан һуң да бәләкәстәр яратҡан әкиәт геройҙары менән осрашып, концерттың бағыусыларының тәмле күстәнәстәре менән һыйланып, ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашып, өйҙәренә күтәренке кәйефтә таралышты.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө