Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Тамыр» менән бергә үҫәбеҙ!»
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 18 апрель 2012
«Тамыр» менән бергә үҫәбеҙ!»
Кисә баш ҡаланың Конгресс-холында «Тамыр» менән бергә үҫәбеҙ!» тип аталған, «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы эшләй башлауына 20 йыл тулыуға арналған концерт үтте. «Тамыр» каналы тапшырыуҙарын үҫмерҙәр һәм балалар ғына түгел, оло быуын кешеләре лә яратып ҡарай. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаған, студия булараҡ асылып, бөгөнгө көндә айырым канал булып киткән ойошманың эшмәкәрлеге тотош Рәсәй кимәлендә өлгөлө миҫал булып тора.
Фойе балаларҙың күңелле тауыштарынан геү килде. Залда сығыш яһаған һәләтле балалар, профессиональ сәхнә оҫталары менән берлектә бар халыҡты әсир итте! Үҙҙәренең тамырҙарын «Тамыр»ҙа нығытҡан Азамат Фархшатов, Гөлсөм Бикбулатова, Зөлхизә Илбәкова, Марсель Ҡотоев, Лиана Хәбибуллина, Гөлнур Ҡарабулатова һ.б. «Тамыр» йыр ансамбле егеттәре һәм ҡыҙҙары менән бергә сығыш яһаны.
Бөгөн дә, Конгресс-холл бинаһында «Тамыр» каналының байрамы дауам итә. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, хатта, сит илдәрҙән мәртәбәле ҡунаҡтар көтөлә. Сараға махсус ҡунаҡ – «Класс!» телекомпанияһының генераль директоры, Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы, «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!» тапшырыуының авторы Людмила Зайцева ла саҡырылған.
Автор: Гөлназ Ишемғужина
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө