Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Тамыр»ҙа республика балалары өсөн Яңы йыл байрамы ойошторолдо
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 22 декабрь 2011
«Тамыр»ҙа республика балалары өсөн Яңы йыл байрамы ойошторолдо
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ярҙамы менән «Йәш Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм «Яҡтылыҡ» хәйриә берләшмәһе «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр үҙәгендә мөмкинлектәре сикләнгән 150 бала өсөн Яңы йыл алды байрамын ойошторҙо. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына партияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Байрам сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары, Башҡортостандың бейеү коллективтары сығыш яһаны. Балалар өсөн өс сәғәтлек күңел асыу программаһы ойошторолдо, Яңы йыл бүләктәре тапшырылды.
— Социаль өлкә партия эшмәкәрлегенең мөһим бер йүнәлеше булып тора, — тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты хеҙмәткәре Дмитрий Казанцев. — «Берҙәм Рәсәй» йыл һайын социаль йәһәттән мөһим булған сараларҙа ҡатнаша, хәйриә акцияларын һәм байрамдарын үткәреүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Республиканың министрлыҡтары һәм ведомстволары менән берлектә партия «Балалар баҡсалары — балаларға», «Донъяны төҫтәрҙә күреү», «Мәҙәниәт һәм ваҡыт» кеүек проекттарҙы тормошҡа ашыра.
«Йәш Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Линар Әхмәтгәрәев һүҙҙәренсә, ағымдағы йылда йәнә бер нисә социаль сара планлаштырыла.
— Беҙҙең ойошма Рәсәй кимәлендә «Реаль эштәр» проектын башлап ебәрҙе, — тине рәйес. – Уның сиктәрендә ағымдағы йылдың август айында республиканың аҙ тәьмин ителгән ғаиләләренән ун бала бүләккә рюкзактар һәм мәктәп кәрәк-яраҡтары алды.
Автор: Евгений Рәхимҡолов
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө