Тарих һаҡлай улар данын

Тарих һаҡлай улар данын

112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы, 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Дон далаларынан Эльба йылғаһына тиклем ҡаһармандарса юл үтеп, үҙен ҙур хөрмәткә һәм данға күмде. Батырлығы өсөн 78 яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды, биш һуғышсы — Дан орденының тулы кавалеры. Башҡорт кавалерия дивизияһының 70 йыллығына арналған саралар 17 ноябрҙә баш ҡаланың Дим биҫтәһендә, ошо хәрби берекмәнең музейында, легендар командир Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 104-се урта мәктәптә, Офицерҙар йортонда дауам итте.

Музей мөдире Илүзә Ғәйнуллинаның әйтеүенсә, “112-се (16 гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы. Ҡаһарманлыҡҡа һәм данға — 70 йыл” фәнни-ғәмәли конференцияның нәҡ Дим биҫтәһендә үтеүе осраҡлы түгел. Сөнки 70 йыл элек тап ошонда тарихта тиңе булмаған һәм яҡты эҙ ҡалдырған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторола, уның командиры итеп башҡорттоң аҫыл улы генерал Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. Фәнни-ғәмәли конференция ошо иҫтәлекле ваҡиғаға һәм дивизияның “Ҡыҙыл атлылар” гәзитенә арналған күргәҙмәне асыу тантанаһы менән башланды.

— Аяуһыҙ илбаҫарҙарға ҡаршы тиңһеҙ алышҡа күтәрелгән совет һалдатының рухын күтәрерҙәй, батырлыҡҡа әйҙәр ҡорал да кәрәк ине ул саҡта. Төрлө фронттарҙа өс миллионға яҡын дана менән сыҡҡан 800-ләп баҫма ошо бурысты үтәгән дә инде. 8-се кавалерия корпусына ингән 112-се дивизияның да үҙ гәзите була. Ул “Ҡыҙыл атлылар” исеме аҫтында сыға һәм яугирҙәрҙең яратып уҡыған, түҙемһеҙләнеп көтөп алған баҫмаһына әйләнә. Унда фронттағы хәлдәр, һуғышсыларҙың ҡаһарманлыҡтары ғына яҡтыртылмай, ә һағынышлы сәләмдәр менән тулы тылдан ебәрелгән хаттар ҙа донъя күрә, — тип билдәләне республика Хәрби Дан музейы етәксеһе Илшат Үтәев.

Күргәҙмә билдәле дәүләт эшмәкәре Рәхим Ибраһимовтың ҡыҙы Мирраның музейға бүләк иткән “Ҡыҙыл атлылар” гәзиттәренән һәм фотоһүрәттәрҙән төҙөлгән. Хәрби баҫманың мөхәррире Али Карнай, хәбәрсеһе Ҡадир Даян булған. Ҡадир Даяндың яҙыу машинкаһы ла урын алғайны күргәҙмәлә. Үлемһеҙ “Шайморатов генерал” йырының һүҙҙәрен дә ошо машинкала баҫтырған. Музей хеҙмәткәрҙәре был күргәҙмә менән республикабыҙҙың ҡала, райондарына ла барасаҡ.

Конференцияла сығыш яһаған Дим районы хакимиәте башлығы Зыфар Хәкимовтың әйтеүенсә, 112-се кавалерия дивизияһы хөрмәтенә 2005 йылда бында музей төҙөлә. Шул осорҙан алып биҫтәнең барлыҡ мәктәптәренән дә уҡыусылар унда экскурсияла була. 104-се мәктәпкә генерал Миңлеғәле Шайморатовтың исеме бирелгән.

Фаил Ҡылысбаев

«Башҡортостан» гәзитенән

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb