Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Таш иретер йырҙарыбыҙ»
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 29 апрель 2014
«Таш иретер йырҙарыбыҙ»
«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ойошторған концерт шулай аталды. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән байрам йылдағыса юғары кимәлдә үтте.
«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ойошторған байрамды һәр бәләкәс көтөп ала. Был юлы ла шулай булды. Тамаша залында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. «Таш иретер йырыбыҙ» исеме аҫтында үткән концерт «Шүлгәнташ» фильм сценарийы буйынса төҙөлгәйне.
Филармония фойеһы шат тауыштарҙан гөр килә. Телеканалдың алып барыусылары ойошторған уйындарҙа балалар теләп ҡатнашты, тәмле бауырһаҡ менән һыйланды. «Сәңгелдәк», «Ә,Ю,Я ҡаласығы» , «Арба» һәм башҡа тапшырыуҙарҙы яратып ҡараған ҡыҙҙар-малайҙар өсөн программа геройҙары менән күҙмә-күҙ осрашыу, аралашыу мөғжизәгә тиң ине.
Бала тәрбиәләүҙә телеканал мөһим роль уйнай. Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулаған балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ата-әсәләрҙе лә әленән-әле яңы тапшырыуҙары менән ҡыуандыра.
«Тамыр»ҙар тамашасыларҙы тиҙҙән яңы күстәнәс менән ҡыуандырмаҡсы. Республиканың төп телеканалында «Шүлгәнташ» фильм-әкиәте күрһәтеләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, картина былтыр Башҡортостан Президенты гранты ярҙамында төшөрөлгәйне. Башҡорт легендалары һәм риүәйәттәре мотивтарына ауаздаш хәл-ваҡиғалар бөгөнгө һәм боронғо дәүерҙә бара. Йәш тамашасыларға ул ҙур бүләк буласаҡ.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө