Әҙәбиәт йылының һуңғы көндәрендә, Башҡортостан Яҙыусылар берлегендә Татарстан әҙиптәре пародиялар оҫтаһы, сатирик шағир Ләбиб Лерон һәм драматург Рәдиф Сәғәҙи менән осрашыу уҙҙы. Улар икеһе лә Ҡазан ҡалаһында нәшер ителеүсе “Беҙҙең мираҫ” журналында эшләй. Ҡунаҡтар Башҡортостанға буш ҡул менән килмәгән. Иң ҡиммәт бүләктәре – Башҡортостандың халыҡ шағире Марат Кәримовтың юбилей йылы уңайынан ҙур портрет-шарж эшләтеп алып килгәндәр. Ә инде яҙыусылар китапһыҙ йөрөйме? Килгән ҡунаҡтарға Л. Лерон робағиҙарҙан, эпиграммаларҙан, шаян хикәйәләрҙән, мәҙәктәрҙән, пародияларҙан торған “Юморкалар” тип аталған китабын бүләк итте. Ә Р. Сәғдинең бүләге – пьесалар йыйынтығы.
Осрашыуҙа Наил Ғәйетбаев Татарстан менән Башҡортостан араһындағы әҙәби бәйләнештәр тураһында ҡыҫкаса һөйләне. Уның сығышына Марат Кәримов, Рәиф Әмиров, Мөнир Вафин, Риф Мифтахов, Радик Хәкимйәнов, Ринат Камал, Рамил Сурағол, Гүзәл Ғәлиева, Спартак Ильясов үҙҙәренең Ҡазандағы осрашыуҙарҙан алған тәъҫортаттары менән уртаҡлашты. Киләсәктә лә ошондай осрашыуҙарҙың, аралашыуҙарҙың әҙәбиәттәр үҫешенә ыңғай йоғонто яһауын теләнеләр.