Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Татарстан халҡын әсир иткән башҡорт рәссамы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 05 апрель 2012
Татарстан халҡын әсир иткән башҡорт рәссамы
Баймаҡта тыуып үҫкән Абрек Абыҙгилдин 50 йылдан ашыу Ҡазанда йәшәй. Яҡташыбыҙ Рәсәйҙең атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ рәссамы, Ғабдулла Туҡай исемендәге премия лауреаты, оҙаҡ йылдар күрше республиканың рәссамдар берлеген етәкләй. Ошо көндәрҙә Абрек Абыҙгилдинға 75 йәш тулды.
Мостай Кәрим, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Аҡмулла, Башҡортостан тәбиғәте. Абрек Абыҙгилдиндың Ҡазан Кремлендәге «Хазина» милли сәнғәт галереяһында асылған күргәҙмәһе Татарстан башҡорттарына тыуған яҡ һулышын бүләк итте. Бында рәссамдың 100-гә яҡын ижад емеше урын алған.
Һынлы сәнғәт аҡһаҡалы. Уның ижад емештәрен бергә теҙгәндә Баймаҡ менән Ҡазанды тоташтырырлыҡ күпер һалырға мөмкин. Абрек Абыҙгилдин бар ғүмерен картиналар яҙыуға бағышлай һәм буяуҙар аша халыҡтың йәшәйешен сағылдыра.
Күренекле яҡташыбыҙ ижадында тарих менән заман, изгелек менән яуызлыҡ, зауыҡ менән битарафлыҡ осраша. Рәссам һөнәр түгел, күңел торошо, ти Абрек Абыҙгилдин.
Портрет, пейзаж, натюрморт. Абрек Абыҙгилдиндың ижадында төрлө алымдар, йүнәлештәр берләшә. Күргәҙмәгә килеүселәр ҙә рәссамдың эштәрендә тормош ысынбарлығы ярылып ятыуын билдәләй.
Рәссамдың картиналары донъяның төрлө мөйөштәрендәге музейҙарҙа, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Юбилейы айҡанлы Абрек Абыҙгилдин һынлы сәнғәт өлкәһендәге иң юғары награда - Сәнғәт академияһының алтын миҙалына лайыҡ булды. Шулай ҙа 75 йәшен билдәләгән ижадсының иң ҙур хыялы - тыуған яғы Башҡортостанда шәхси күргәҙмәһен ойоштороу.
Сығанаҡ:
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө