Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Театрҙың картиналар галереяһында яңы күргәҙмә
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Театрҙың картиналар галереяһында яңы күргәҙмә
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының картиналар галереяһында Мәҙәниәт йылына арналған яңы һынлы сәнғәт күргәҙмәһе асылды. Заманса сәнғәт үҙәге «Болоттар» тарыфынан ойошторолған күргәҙмә тамашасыны бөгөнгө рәссамдарҙың эштәре менән таныштыра. Бында төрлө йүнәлештә эшләгән рәссамдарҙың эштәре урын алған.
Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов әйтеүенсә, театр - мәҙәниәттең универсаль үҙәге булараҡ, сәнғәттең күп төрҙәрен берләштерә һәм спектаклде фәлсәфәүи ҡабул итеүҙә картиналар галереяһының, һынлы сәнғәттең әһәмиәте бик ҙур.
Театрҙа ойошторолған һынлы сәнғәт күргәҙмәләре беҙҙе элекке данлы йолаларға алып ҡайта. «Ул йылдарҙа тамашасы, спектаклгә бер сәғәткә алдан килеп, картиналар галереяһы буйлап йөрөп, оркестр башҡарыуында музыкаль әҫәрҙәр тыңлап, кафела сәй эсеп, лайыҡлы ял итә белде», - ти театрҙың баш рәссамы Альберт Нестеров.
Рәссамдар хаҡында
Сюзева Наталья Геннадьевна 1965 йылда Пенза ҡалаһында тыуған. 1980-84 й.й. К.А. Савицкий ис. художество училищеһында уҡығандан һуң, Латвиялағы художество Академияһында графика курстарында белем алған. 1987 йылда Пензаға ҡайта. 1993 йылда Рәсәй Рәссамдар союзына ҡабул ителә. Уның эштәре Рәсәйҙең, Францияның, Американың, Канаданың, Германияның, Сербияның һ.б. илдәрҙең шәхси коллекцияларында һаҡлана. Актив күргәҙмә эшмәкәрлеген 1988 й. башлаған. Бөтә Союз һәм Халыҡ-ара конкурстар дипломанты һәм лауреаты.
Н.Сюзева үҙ ижадында Италия классик рәссамдарының ысулдарын һәм техникаһын ҡуллана. Рәссам күбеһенсә сюжетлы композиция жанрында эшләй. Картиналар геройҙары - наҙлы, серле һәм нескә күңелле бала-саға, ҡатын-ҡыҙ образдары.
Шаһабутдинов Филарет Хәҙи улы 1947 йылд Ауырғаҙы районының Әхмәр ауылында тыуған. 1971-74 йылдарҙа Кемерово ҡалаһында, 1975 йылдан алып Өфөлә йәшәй. Өфө сәнғәт училищеһында (1966) белем ала. Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы (1977). Өлкә, республика, регион, Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара, сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша.
Ф. Шаһабутдиновтың әҫәрҙәре Башҡортостандың, Рәсәйҙең музейҙар һәм картиналар коллекцияларында һаҡлана: М.В. Нестеров ис. БДХМ (Өфө), Нижневартовск галереяһы, Медицина музейы (Мәскәү), «Урал» галереяһы (Өфө).
Рәссам, күбеһенсә, графика техникаһын ҡулланып, форманың пластик яҡтан динамик үҫеше мәсьәләләрен сисә. Һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән эштәрендә ул донъя яралыу, тормош башланыу темаһын геометрик һәм антропоморфик формалар аша тасуирлай.
Филарет Шаһабутдинов - художество оҫталарының яңы быуын ағзаһы. Ул һүрәттәрен модернистик стилдә төшөрә һәм сәнғәттең яңы йүнәлеш-төрҙәрен яулай. Сағыу буяуҙарҙан, геометрик фигураларҙан торған картина сюжеттары сәнғәт белгестәренең дә, күргәҙмәләргә осраҡлы рәүештә килеүселәрҙең дә иғтибар үҙәгендә.
Карлов Игорь Николаевич 1964 йылда Өфөлә тыуған. М.И. Калинин ис. Мәскәү художество училищеһын тамамлаған (1984-89). 1988 йылдан алып Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша (Польша, Һиндостан, Бельгия). Рәссамдың әҫәрҙәре Словенияла, Италияла, Һиндостанда, Англияла, Нигерияла, АҠШ-та, Польшала шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Игорь Карлов 70-се йылдар быуыны вәкиле. Ул 90-сы йылдарҙа булған үҙгәрештәрҙең, революцион алмашыныуҙарҙың һәм киләсәккә ҙур өмөттәрҙең атмосфераһын һиҙгер тотоп ала. Шул уҡ ваҡытта рәссам дөйөм, фәлсәфәүи эҙләнеүҙәр юлында ла. Картиналарында ул йәшәйеш стихияһының тәрән мәғәнәһен асыҡларға ынтыла, ваҡыт һәм мәңгелек унда бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә.
Игорь Карловтың художество теле абстракционизмға яҡын һәм метафизик дөйөмләштереүгә барып тоташа. Картиналар сюжеты пластика һәм хәрәкәт ярҙамында бирелә. Тәьҫирле саралар минималь ҡулланыла, шуға ла эштәргә сағыу конфликт һәм эске көсөргәнеш хас.
Оҙаҡ йылдар Һиндостан мәҙәниәте һәм традициялары менән ҡыҙыҡһыныуы сәбәпле, И. Карлов ижадында Веды тәғлимәтенең символик элементтары сағыла.
Сығанаҡ: театр сайтынан алынды
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө