Театр «портфеленә» «Ике хат»

Театр «портфеленә» «Ике хат»
6 февраль М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында билдәле журналист, драматург Мөҙәрис Багаевтың яңы әҫәре - «Ике хат» пьесаһы менән танышыу булды.
Мөҙәрис Багаев байтаҡ йылдар Ишембай ҡалаһының “Торатау” гәзитендә эшләй. 2006 йылда балалар өсөн яҙылған “Төпһөҙ күлдең төбө нисә ҡат?” тип исемләнгән тәүге китабы донъя күрә. Тағы ике йылдан “Мәк сәскәһе” тигән хикәйәләр йыйынтығы баҫыла. Һуңғы йылдарҙа “Беҙ үҙебеҙ юрматы”, “Ярыҡ ялғаш”, “Өс туған, кинйәләре Иштуған” китаптары баҫылып сыҡты. Хәҙер ул биш китап авторы. «Әлеге ваҡытта венгрҙар менән башҡорттар араһындағы туғанлыҡ бәйләнештәрен сағылдырған әҫәр өҫтөндә эшләйем. Драматургияға килгәндә, “Байрам ашы — ҡара ҡаршы” тигән пьесамды Гөлдәр Ильясова 2004 йылда сәхнәгә сығарҙы. Олег Ханов “Ҡартайған да тыртайған” исемле комедиямды тамашасы хөкөмөнә еткерҙе. Стәрлетамаҡ урыҫ дәүләт драма театры режиссеры Александр Шабаев балалар өсөн яҙылған “Борон-борон заманда” әкиәтен сәхнәләштерҙе, Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Дамир Ғәлимов “Хикмәтле күл” пьесаһын ҡуйҙы»,- тип һөйләй автор.
Журналистика өлкәһендә лә Мөҙәрис Багаевтың үҙ уҡыусылары бар. Төрлө темаларға мәҡәләләре бынан тиҫтә йылдар элек үк гәзит уҡыусылары араһында ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырғайны. Унан һуң да халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә килде автор. Тәбиғәткә, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡарарға саҡырған мәҡәләләре лә бик уҡымлы.
«Ике хат» - Мөҙәрис Багаевтың сираттағы пьесаһы һәм ул һуғыш темаһына арналған. Труппа ағзалары пьесаға ҡарата бик күп фекерҙәр, тәҡдимдәр, йылы һүҙҙәр һәм, әҫәрҙе театр «портфеленә» алып, эш башлау зарурлығын әйтте.
Сығанаҡ: театр сайтынан.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb