«Театр яҙы» тамамланды

«Театр яҙы» тамамланды
Кисә, йәғни 10 апрель «Театр яҙы» VII Республика фестивале тамамланды, быйыл ул 4–10 апрелдә Өфө лә үтте. Матур театр байрамы баш ҡалабыҙҙа икенсе тапҡыр уҙҙы (тәүгеһе 2009 й.), быға тиклем фестиваль Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары тамашасыһын ҡыуандырғайны.
«Театр яҙы» Башҡортостандың мәҙәни донъяһының иң көтөп алған сараларының береһе. Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ш.Ф.Абдраҡов та быны билдәләп китте. Уның фекеренсә, фестивалдә театрҙар яҡындан аралаша, тәжрибә менән уртаҡлаша, яңы үрҙәр яуларға сәм-дәрт уята. Быйылғы фестиваль шуныһы менән үҙенсәлекле булды, ул смотр рәүешендә үтте, йәғни урындар билдәләнмәне. Театр сығыштарын анализларға тәнҡитселәр коллегияһы саҡырылды: Наталья Старосельская (председатель, Мәскәү), Ирина Алпатова (Мәскәү), Галина Вербицкая, Рида Буранова һәм Елена Попова.
Фестивалдә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Туймазы ҡалаларынан 11 профессиональ театр ҡатнашты, тамашасы иғтибарына 13 спектакль тәҡдим ителде. Һәр спектаклдең уңышлы һәм уңышһыҙ яҡтарын тәнҡитселәр режиссерҙар, актерҙар менән уртаға һалып һөйләштеләр, файҙалы кәңәштәр бирҙеләр. Наталья Старосельская фестивалдән, театр коллективтарынан бик ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе. Театр биналарының яҡшы талаптарға яуап биреүен айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алды. Фестивалдең ойошторолоу кимәлен юғары баһаланы.
Быйылғы конкурстың яңылығы тип шуны билдәләргә мөмкин – Рус академия драма театры базаһында Хәҙерге драматургия буйынса ижади лаборатория эшләне. Унда буласаҡ спектаклдәрҙең эскиздары күрһәтелде, уңышлы тип билдәләнгәндәре театр репертуарына инәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb