30 ғинуарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Әҙәбиәт йылын рәсми асыу тантанаһы була.
Был көндө сәхнә әһелдәре тамашасы менән ижтимағи-мәҙәни тормошобоҙҙа әҙәбиәттең роле, милли драматургия һәм театр хаҡында һүҙ алып барасаҡ. Билдәле шағирҙарҙың шиғырҙары, ҡурай моңо, йырҙар яңғыраясаҡ.
Был иҫтәлекле кистә театр тамашасыға милли музыка һәм драматургияның аҫыл өлгөһө «Ҡоҙаса» (Б.Бикбай, композитор З. Исмәғилев) музыкаль комедияһын тәҡдим итәсәк. Рәхим итегеҙ!