«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы хеҙмәткәрҙәренә Рус дәүләт драма театры бинаһында Кемерово театры артистары менән осрашып, аралашыу бәхете тейҙе. Актерҙар әйтеүенсә, халыҡтың шаршау ябылғас та аяғүрә баҫҡан килеш оҙаҡ алҡышлауы, аҙаҡ килеп автогрофтар алып аралашып ҡалырға тырышыуы, бында мәҙәниәт яратҡан, аңлаған халыҡ йәшәүе тураһында һөйләй.
Кемерово өлкәһенең «Знак Почета» орденлы А.В. Луначарский исемендәге драма театры 1934 йылдан эшләй. Өфөгә театрҙың Арт-директоры һәм режиссеры Бурман Давид Семенович етәкселегендә алдынғы артистар: Евгений Сергеевич Шокин, Лидия Николаевна Цуканова – Рәсәйҙең халыҡ артистары, Михаил Юрьевич Быков, һ.б. килгән.
Кемеровсылар А. П. Чеховтың «Апалы-һеңлеле өсәү», Григорий Гориндың «Шут Балакирев», балалар өсөн Игорь Миногиндың «Мөғжизә-атай» мюзикл-әкиәтен тәҡдим итә.
«Театраль артылыш» проектын 14 июндән Рус Дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Новокузнецк драма театры гастролдәре дауам итәсәк.