Тел - халыҡ хазинаһы

Тел - халыҡ хазинаһы
Республиканың «Халыҡтар дуҫлығы» китапханаһы милләт-ара татыулыҡты нығытыуға һәм үҫтереүгә тос өлөш индерә. Ошо йүнәлештә төрлө мәҙәни саралар ойоштора. Сираттағы кисә туған телдәрҙе һаҡлау көнөнә арналды.
Баш ҡаланың «Халыҡтар дуҫлығы» китапханаһы поляктарҙың «Яңырыу» милли мәҙәни үҙәге һәм Альберт Пинкеевич исемендәге поляк халҡының «Йәкшәмбе» мәктәбе уҡыусылары менән осрашты. Кисәлә милли телдә шиғырҙар, йырҙар яңғыраны.
Һәр милләт үҙ телен, ғөрөф-ғәҙәтен бәләкәйҙән белеп үҫергә тейеш. Әлеге көндә республикала 700 ашыу поляк ғаиләһе иҫәпләнә. Уларҙың миҫалы күптәргә өлгө булырлыҡ, поляктар тыуған халҡы тарихына һөйөү һәм тоғролоҡ һаҡлай.
Осрашыуҙа мәктәп балаларынан тыш, Башҡорт дәүләт университеты студенттары ла ҡатнашты. Ғалимдарҙың халыҡтар дуҫлығына арналған сығыштары йәштәр өсөн фәһемле булды.
Китапхана кисәләрҙе йыш үткәрә. Шуларҙың береһе сыуаштарҙың милли мәҙәни үҙәге менән берлектә күптән түгел уҙғарылған Яков Ужайҙың тыуыуына арналған юбилей сараһы.
Маңҡортлоҡ халыҡты юҡҡа сығара. Сараны ойоштороусыларҙың төп маҡсаты халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты, туғанлыҡты нығытыуға ҡоролған. Республикала йәшәүсе халыҡтар өсөн махсус гәзит-журналдар яҙҙыртыу ҙа туған телдәрҙе һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе юғалтмауға йүнәлтелгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb