Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Телеңде йоторлоҡ ҡарға бутҡаһы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 28 апрель 2014
Телеңде йоторлоҡ ҡарға бутҡаһы
Ҡарға бутҡаһын ашағанығыҙ бармы? Бындай бәхеттән мәхрүм ҡалған кешеләр юҡтыр ул беҙҙә. Хәйер, халҡыбыҙҙа борон-борондан "Ҡарға бутҡаһы" күркәм милли байрам булараҡ уҙғарылып тора. Ер ҡарҙан әрселгән осорҙа билдәләйҙәр уны. Яңыраҡ Благовар районының Һарайлы ауылы халҡы ла ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ошо изге йоланы ҡәҙерләп үткәрҙе.
Байрамда, ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға ҡатнаша. Бының үҙенә күрә сәбәбе лә бар. Һәр кешелә кескәйҙән тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү ниәте һалына ошо сараның нигеҙенә.
Йола буйынса, байрамға килгәндәр ағасты биҙәп тәңкәләр элә, төрлө төҫтәге таҫмалар бәйләй. Шул ваҡытта теләгән яҡшы теләктәрең, изге хыялдарың тормошҡа аша, тиҙәр.
Был юлы ла балалар кемуҙарҙан "бәхет ағасын" йәмләргә тотондо.
— Ошо таҫмалар ҡотто һаҡлап торһон, — тип оло йәштәге апай беренсе булып биҙәген ботаҡҡа бәйләне.
Унан күреп бүтәндәре лә үрелде:
— Ырыҫ теләп торһондар!
— Яман күҙҙән һаҡлаһындар!
— Татыулыҡты маҡтаһындар!
— Ғәҙеллекте яҡлаһындар!
— Именлекте теләһендәр!..
Күҙ асып йомған арала "бәхет ағасы" балҡып китте. Төҫтәрҙең сағыулығы һәммәһенең дә кәйефенә күсте, күрәһең. Олоһо ла, кесеһе лә сәмләнеп йыр-моңға маһирлығын күрһәтергә тотондо. Был йәһәттән Гөлсәсәк Мусина, Илшат Рәхмәтуллин, Румия Хөсәйенова, Айһылыу Сәфәрғәлиеваға етеүсе булманы.
— Бынан ике йыл элек ауылыбыҙҙа Ҡәнзәфәр бей исемендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге асылды, — ти ошо үҙәктең етәксеһе Менәүрә Насирова. — Был шатлыҡлы күренеш төбәктең мәҙәни тормошон тағы йәмләндереп ебәрҙе. Ҡаҙ өмәһе, Кәкүк сәйе, Науруз кеүек милли байрамдарҙы бергәләп үткәрәбеҙ. Уҡыусыларҙа халыҡ йолаларына ҡарата иғтибар арта — шуныһы һөйөндөрә.
Йырлап-бейеп күңел асып алғас, балалар төрлө уйындарҙа таһыллығын һынаны. Көршәк ватыу, арҡан тартышыу, тоҡ кейеп йүгереү, биҙрә көйәнтәләп уҙышыуҙар үҙе бер күңелле тамашаға әүерелде.
Ә инде уйнап бөтөүгә ауылдың уңған хужабикәләре Фәйрүзә Зәйнуллина менән Финә Ваһапова әҙерләгән ҡарға бутҡаһы бешеп тә сыҡҡайны. Бындай ҙа танһыҡ, телде йоторлоҡ ризыҡты балалар маҡтай-маҡтай ауыҙ итте.
Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө