Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Темәс ауылында комбриг Муса Муртазиндың тыуыуына 120 йыл тулыуы билдәләнде
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 23 декабрь 2011
Темәс ауылында комбриг Муса Муртазиндың тыуыуына 120 йыл тулыуы билдәләнде
Баймаҡ районы Темәс ауылының моделле китапханаһында легендар комбриг Муса Муртазиндың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған осрашыу үтте. Унда «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, ауыл советы хакимиәте, «Атайсал» клубы хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Сара йәштәрҙе мәҙәни-әҡлахи йәһәттән һәм патриотик рухта тәрбиәләү, башҡорт халҡының тарихи һәм милли ҡиммәттәрен тергеҙеү маҡсатында ойошторолдо. Осрашыуға килгәндәрҙе ауыл хакимиәте етәкселеге сәләмләне. Сара дауамында уҡыусылар өсөн Муса Мортазин тураһында тематик дәрес үткәрелде, унда комбригтың Беренсе бөтә донъя һәм Граждандар һуғышындағы батырлыҡтары һәм Совет республикаһын төҙөүгә бәйле ҡаҙаныштары тураһында бәйән ителде. Шулай уҡ тормошо, үлеме һәм һуңынан уның халыҡ геройы тигән данын тергеҙеү тураһында биографик белешмә бирелде, тип хәбәр итте«Башинформ» агентлығына «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Нур Ҡолмырҙин.
Автор: Тимур Рәхмәтуллин
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө