Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Тимерғәле Килмөхәмәтовтың яңы китабы донъя күрҙе
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 13 ноябрь 2012
Тимерғәле Килмөхәмәтовтың яңы китабы донъя күрҙе
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә танылған ғалим һәм яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Һайланма әҫәрҙәр”енең II томы донъя күрҙе.
Был китап һуңғы ике тиҫтә йыл арауығында Башҡортостанда булып үткән мөһим хәл-ваҡиғалар менән әҙәбиәт араһындағы үҙенсәлекле бәйләнештәрҙе сағылдырған күләмле мәҡәләләрҙән тора. “Тимерғәле Килмөхәмәтов әҫәрҙәренең һәр береһе уҡыусы өсөн оло фәһем, тәрән һығымталар алып килә. Уларҙа тормош фәлсәфәһе тыуған төйәгеңде, тыуған ереңде, туған-тыумасаңды һәм бергә донъя көткән кешеләрҙе яратыу, тормош ҡәҙерен белеү, йәшәү айышын аңлау кимәленән үҫә”, — тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай.
Әҙиптең “Йондоҙ төҫө”, “Күк тояҡҡай”, “Ҡашлаҡтағы кешеләр”, “Хаҡлыҡ үлмәй” китаптары, кешелеккә, атайсалға һөйөү хистәре менән һуғарылғанға күрә, тиҙ арала үҙ уҡыусыһын тапты. Әҙәби тәнҡит мәҡәләләренән, ижади портреттарҙан, публицистик материалдарҙан торған “Һайланма әҫәрҙәр”ҙең II томы ла һүҙ сәнғәтен һөйөүселәр өсөн аҫыл хазинаға тиң.
Сығанаҡ:
"Башҡортостан"
гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө