“Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау” конкурсы

“Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау” конкурсы
Билдәле булыуынса, 2013 йыл республикабыҙҙа Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде.
Баш ҡалабыҙ хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты, Өфө ҡалаһының “Йәштәрҙе эш менән тәъмин итеү үҙәге” һәм “Xazina” туроператоры тарафынан ойошторолған сираттағы конкурс та тап ошо йыл сиктәрендә һәм, әлбиттә, ҡаланың эшсе йәштәренә терәк күрһәтеү, уларҙың эшмәкәрлегенә дөрөҫ йүнәлеш биреү маҡсатында социаль йүнәлешле видеороликтар һәм фотоһүрәттәр конкурсын ойошторҙо.
Өфө предприятиелары һәм ойошмаларының эшсән йәштәре араһында “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау” исемле конкурстың төп маҡсаты булып – социаль йүнлешле реклама яһау аша йәштәрҙең күңелендә яуаплылыҡ, әҙәплелек, миһырбанлыҡ һәм кеселеклелек кеүек кешелек өсөн үтә лә мөһим булған ҡиммәттәрҙе үҫтереү тора.
Конкурста баш ҡаланың предприятиелары, ойошмаларында эшләп йөрөүсе 18-30 йәшлектәр ҡатнаша ала.
Социаль йүнәлешле видеороликтар һәм фотоһүрәттәр конкурсы 2013 йылдың 7 сентябренә тиклем дауам итә. 
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар һәм видео-фото материалдар 1 августҡа тиклем Өфө ҡалаһының “Йәштәрҙе эш менән тәъмин итеү үҙәге”ндә (Октябрь Проспекты, 118, 29 кабинет) һәм Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына ҡабул ителә. 
Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн 279-06-35, 279-06-56 телефондарына шылтыратырға мөмкин.
Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb