«Тирә-яҡҡа һөйөү менән баҡ»

«Тирә-яҡҡа һөйөү менән баҡ»
21 май Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған «Тирә-яҡҡа һөйөү менән баҡ» исемле түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Унда яҙыусы, «Ағиҙел» журналының проза бүлеге мөдире Сабир Шәрипов, БДУ-ның география факультеты доценты Инбер Япаров, «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының юрисы Азамат Сирбаев, БДУ һәм М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары ҡатнашты. Һөйләшеүҙе асып бүлек мөдире Айгөл Буранғолова экология мәсьәләһенең бөгөнгө көндә бик актуаль булыуын билдәләне: «кешелек тормошо яҡшырған һайын, тәбиғәтебеҙгә ҙур зыян килә, сәнәғәт, көнкүреш ҡалдыҡтарынан тирә-яғыбыҙ бысрана». Шулай уҡ Айгөл Сәлимйән ҡыҙы республикала барған экологик акциялар менән таныштырып үтте.
Азамат Сирбаев «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының бурыстары, эшләнгән эштәр менән таныштырҙы. Бер кемде лә көнкүреш ҡалдыҡтарының сит илдәрҙә һәм Рәсәйҙә нисек һәм ниндәй миҡдарҙа эшкәртелеүе хаҡындағы сағыштырыуҙар битараф ҡалдырманы.
Доцент Инбер Япаровтың сығышын айырым билдәләп үтке килә. Инбер Мөхәммәт улының экология проблемаларын яҡшы белеүе, уны сисеү юлдары буйынса төплө тәҡдимдәре иғтибарға лайыҡ. «Тәбиғәттә йәшәйбеҙ, уның байлығы менән ҡулланабыҙ икән, беҙ уға һаҡсыл ҡарарға тейешбеҙ». Инбер Мөхәммәтович урмандарҙың күпләп ҡырҡылыуына борсолоу белдерҙе, урман кодексының эшләнеп бөтөлмәүе лә быға булышлыҡ итә, тине. Шулай уҡ уның фекеренсә, республикаға инвесторҙарҙың килеүенә артыҡ ҡыуанырға ярамай, сөнки улар үҙҙәренән һуң ҡалған зарарлы ҡалдыҡтарҙы эшкәртмәй, был экологияға ҙур хәүеф менән янай. Теманы яҡшы белеүе, төрлө факттар, дәлилдәр килтереүе менән дә Инбер Япаровтың сығышы йөкмәткеле булды.
Сабир Шәрипов та әҙәбиәттең экология проблемаларына иғтибар бүлгәнен билдәләп китте. Яңы ғына сыҡҡан «Ҡолонташ» китабында ла был тема ниндәйҙер кимәлдә сағылыш таба, тине. Сабир Нәғим улы ерҙәрҙең һатылыуына оло борсолоуын белдерҙе, «былай булһа, бер нисә йылдан ауылда йәшәргә мөмкинселек булмауы ихтимал», тип әсенде яҙыусы. Уяу булырға, халыҡтың ҡыйыуыраҡ булыуын теләне.
Йәнле осрашыу ике яҡ өсөн дә бик файҙалы булды. Кешеләрҙең, айырыусы йәштәрҙең экологик мәҙәниәтен күтәреү мөһим, тигән фекер осрашыу барышында ҡыҙыл һыҙыҡ булып үтте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb