Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Туғанлыҡ» V халыҡ-ара фестивале алдынан пресс-конференция үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 05 сентябрь 2012
«Туғанлыҡ» V халыҡ-ара фестивале алдынан пресс-конференция үтте
6-13 сентябрҙә Өфөлә төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» V халыҡ-ара фестивале үтә. Уны ойоштороусылар 4 сентябрҙә, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында журналистар менән осрашты.
«Туғанлык» фестивале республикала быйыл бишенсе тапҡыр уҙа. Уны ойоштороу идеяһы авторҙарының береһе Рифҡәт Исрафилов әлеге сараның тарихына күҙ һалды. Мәҙәниәт министрлығынан Айгөл Ҡарабулатова быйылғы фестивалдең үзенсәлектәренә туҡталды.
— «Туғанлык» фестивале быйыл ТЮРКСОЙ ағзалары булған илдәр мәҙәниәт министрҙары менән берлектә ойошторола. Шуға күрә республикаға бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар йыйыласаҡ. ТЮРКСОЙ ҡарары менән БАССР-ҙың халыҡ артисты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, ҡурайсы, педагог, йырсы һәм актер Ғата Сөләймановтың исеме донъяуи әһәмиәткә эйә мәшһүр шәхестәр исемлегенә индерелде. Был уңайҙан беренсе көндә үк ҙур сара ойоштороласаҡ.
Ҡалған биш көндә жюри ағзаларына 14 спектакль тәҡдим ителәсәк. Ҡатнашыусылар Алтай, Ҡырғыҙстан, Татарстан, Хакасия, Ҡазахстан, Дағстан, Саха (Якутия), Төркиә, Әзербайжан, Ҡабарҙы-Балҡар, Сыуашстан, Ҡырым (Украина), Молдованан киләсәк. Мәҗит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы менән ҡатнаша. Конкурстан тыш, программала республикалағы барлыҡ милли театрҙар ҙа сығыш яһай.
Бынан тыш, Төньяҡ Кавказ, Абхазия һәм Көньяҡ Осетия режиссерҙарының Рифҡәт Исрафилов етәкселегендәге ижади лабораторияһы эшләйәсәк, шулай уҡ «Мәдәниәттәр диалогы һәм төрки телле театр» тип аталған фәнни-ғәмәли конференция ойоштороласаҡ.
«Туғанлыҡ» фестивале театр һөйөүселәр өсөн онотолмаҫ байрам булыр, театр коллективтарының ижади үҫешенә, бер-береһе менән хеҙмәттәшлегенә яңы һулыш бирер, тип көтөлә.
Фото : Кирилл Тимашев
Фотогалереяға күсергә
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө